+21 °С
Болотло


Бынан 78 йыл элек яҡташыбыҙ беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ беркетә. 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Маков етәкселегендәге артиллерия разведчиктары: өлкән сержанттар Ғәзи Заһитов, Александр Лисименко, Алексей Бобров һәм сержант Михаил Минин байраҡты урынлаштыра. Өфөнөң Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыу ҡарала.