

Өфөлә “Нацизмһыҙ донъя өсөн” халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы.
Ул киҫкен темаға бағышланды – бөтә донъяны ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған нацизм идеологияһына. Йәштәрҙе “Нацизмһыҙ донъя” фекеренә йәлеп итеү, үҫеп килгән быуында неонацизм, ксенофобия идеологияларын инҡар итеү принциптарын булдырыу маҡсатында уҙғарылды.
Форум барышында "По следам мужества и славы: эстафета поколений" тарихи- мемориаль экспедицияһына, Донбасс һәм Луганск республикаларындағы ваҡиғаларға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға бағышланған күргәҙмәләр ойошторолдо. Шулай уҡ конференция үтте.
Конференцияла федераль, төбәк дәүләт власы, урындағы үҙидара, ғилми берләшмә вәкилдәре, йәмғиәт эшмәкәрҙәре, юғары белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты.
Шулай уҡ Донбасс һәм Луганск республикаларынан 30 кешенән торған делегация килде.
Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаевтың сәләмләү хатынан башланып китте:
"9 май беҙҙең ил Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләне. Еңеү хаҡы — яу ялынында ятып ҡалған, юғалған, яраланған миллионлаған ватандаштарыбыҙ, өҙөлгән яҙмыштар, емерелгән ауыл - ҡалалар. Беҙҙең ҡартатай, өләсәйҙәр, ата-әсәләр замандаштарына ғына түгел, ә киләсәк быуынға ла тыныс тормош бүләк итте. Әммә, үкенескә күрә, тиҫтәләгән йылдар үткәс, донъяның төрлө ерендә нацизм тыуыуының билдәләрен күрәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөмтәләрен башҡа төрлө яҙыу, мәңгелек ҡиммәттәрҙе алмаштырыу, власҡа националистик төркөмдәр килеү - былар барыһы тыуған хәүефтең бәләкәй генә бер өлөшө. Бындай хәлдәр Рәсәй халҡын, ил етәкселәрен борсоуға һала. Тарих дәрестәрен онотоу, миллионлаған кеше хәтерен мәсхәрә итеүгә беҙ ҡаршы сығырға тейеш".
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова шулай уҡ сығыш яһаны.
Таджикистан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Көньяҡ Осетиянан, Франциянан да онлайн-бәйләнешкә сығып, конференция эшендә әүҙем ҡатнаштылар.
"Роль системы образования в трансформации националистических идей на Украине" (Р. В. Ободец)
"Противостояние народа Донбасса идеям укрнацизма" (И. В. Сабирзянова), "Истоки нацистской идеологии и возможности противодействия ей на современном этапе" (В. Л. Савичев), "Социальные проекты молодёжи Донбасса, направленные на противодействие фальсификациям хода и значения СВО" (И. А. Трофимишин)," Развитие содержания нацизма в Украине в условиях военных событий на Донбассе, его фашистская сущность" (Я. С. Сукач) кеүек темаларға докладтар уҡылды.
Сара аҙағында йәштәр араһында ойошторолған "Противодействие фальсификациям в отношении хода и значения СВО России на территории Украины" Халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре билдәләнде.
Фото: Башинформ