Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
11 Май 2023, 15:35

Рәшиҙә Туйсинаның үтенесе

"Кисә Совет майҙанында Радий Фәрит улы Хабиров минең менән күрешеп китте", -  тип , бөгөн көнө буйы шатлана...

Рәшиҙә Туйсинаның үтенесеРәшиҙә Туйсинаның үтенесе
Рәшиҙә Туйсинаның үтенесе

10 май - Башҡорт бейеүен донъя кимәленә танытыусы, башҡорт бейеүе менән донъя кимәлендә алтын миҙал яулаусы, Башҡортостандың халыҡ , СССР- ҙың атҡаҙанған артисы Рәшиҙә апай Туйсинаның тыуған көнө... Ул бөгөн нисек йәшәй? Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Рита Өмөтбаева бына нимә тип яҙа. "Булғанына риза булып, артығын һоранмайса ғына көн итә. Пенсияң етәме, тиһәм, еткерһәң етә ти. Ҡыйбат, зиннәтле тормошҡа ынтылмай, зарланмай. "Кисә Совет майҙанында Радий Фәрит улы Хабиров минең менән күрешеп китте", -  тип , бөгөн көнө буйы шатлана... Бала кеүек ошондай ябай ғына иғтибар, ҡәҙер-хөрмәткә лә ҡәнәғәт ул. Ә үҙенең күңеле тулы сер, һағыш һәм борсолоуҙар. Шундай сабырлыҡ уға ҡайҙан киләлер?! Үҙе, мин тере саҡта, бөтә әйберҙәремде алып музейға тапшыр, тип үтенә. Юҡ, Рәшиҙә апай, һеҙ йәшәгеҙ, күңелдәребеҙгә нур, ҡот һәм илһам булып, оҙон оҙаҡ беҙҙең менән булығыҙ".

Фото: ҠУРАЙ ТВ

Автор:
Читайте нас