+21 °С
Болотло


Ханты-Манси автономиялы округындағы Сорғот районы Лянтор ҡалаһында «Сорғотнефтегаз» йәмғиәтенең художестволы үҙешмәкәрлек конкурсына йомғаҡ яһалған.
«Гала-концертта беҙҙең Лянтор башҡорттары ҡоролтайының «Дан» ҡурайсылар ансамбле «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында I дәрәжә лауреат булды.
Бынан тыш, «Лянторнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы командалар араһында 1-се урын яуланы.
Афарин! Артабан да ижади уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!» - тиелә Лянтор ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә.
https://vk.com/kurultaibashkir