Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Май 2023, 07:50

Моңло ғүмер

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы 16 май Рәжәп Вәдүтовтың 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Рәхим итегеҙ, дуҫтар! 

Моңло ғүмер
Моңло ғүмер

Башҡортостандың халыҡ артисы
РӘЖӘП ВӘДҮТОВТЫҢ
юбилей кисәһе

Башҡортостандың халыҡ артисы РӘЖӘП ВӘДҮТОВ башҡорт музыка сәнғәтендә оҫта баянсы, талантлы музыкант, һәләтле музыка белгесе булараҡ билдәле. Вәдүтовтың башҡарыу сәнғәтенә һоҡланғыс техника, стилде нескә тойоу, тәьҫирлек һәм музыкаллек хас. Рәжәп Муллағәлиевичтең репертуарында сит ил, урыҫ, башҡорт композиторҙарының, тиҫтәләгән башҡорт, татар, урыҫ халыҡ көйҙәрен эшкәрткән әҫәрҙәр бар.
Таланттарға бай Учалы яҡтарында тыуып үҫкән Рәжәп бәләкәйҙән баян моңон тыңларға ярата, беренсе класта уҡығанда тальянда уйнарға өйрәнә. Шунан инде йылдан – йыл камиллеген арттыра бара, махсус белем ала, баянда оҫта итеп уйнаған, танылған виртуоз музыкант дәрәжәһенә күтәрелә.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы 16 май Рәжәп Вәдүтовтың 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Концертта юбилярҙың ижадташ дуҫтары: Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов, Нәзифә Ҡадырова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов, Миндиғәфүр Зәйнетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәриҙә Тимербаева, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев, Фәһим Тоҡомбәтов, Ынйы һәм Илсаф Вәдүтовтар, “Сөйөмбикә” халыҡ вокал ансамбле ҡатнаша.
Юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар!

 

Рәжәп Вәдүтов – ғүмерен музыкаға арнаған шәхес. Ул бәләкәй сағынан уҡ гармун моңона ғашиҡ булып үҫә. Малай йәшенеп кенә өлкәндәрҙең уйнағанын күҙәтергә ярата. Оҙаҡламай үҙе лә ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеп ала. Бала саҡтан музыкаға һөйөүе буласаҡ артисты Куйбышев музыка-педагогия институтына алып килә.

Юғары уҡыу йортон уңышлы тамам­лаған йәш белгес хеҙмәт юлын Учалы ҡалаһының Балалар музыка мәктәбендә баян уҡытыусыһы булып башлай. Күп тә үтмәй, талантлы музыкантты Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Ул унда солист-инструменталист һәм аккомпаниатор булып эшләй. Йәш музыкант башкөллө эшкә сума. Шул уҡ ваҡытта радио һәм телевидениела уның сығыш­тары яҙыла.

Рәжәп Вәдүтов Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков, Рәсәй­ҙең атҡаҙанған артисы, бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, виртуоз ҡумыҙсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Заһретдинов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәх­мүтов һәм башҡа талантлы сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән республика һәм ил буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уларҙың һәр концерты ҙур аншлаг менән үтә.

1973 йылда радионан Рәжәп Вәдүтов эшкәртеүендә беренсе яҙмалар – “Тау бөркөттәре”, “Ҡаҙ ҡанаты”, “Тәфтиләү” һәм башҡа көйҙәр яңғырай. Музыкант 1977 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй эстрада артистары бәйгеһендә Башҡорт­остандың халыҡ артисы Гөлсөм Хәби­буллинаға аккомпаниатор була. Р. Вә­дүтовтың сығышы “Аккомпаниатор” номинацияһында юғары баһалана.

1981 – 1982 йылдарҙа Мәскәүҙә һәм Ленинградта ике соло пластинкаһы, 2000 йылда соло аудиокассетаһы донъя күрә. Рәжәп Вәдүтовтың үҙенең эшкәртеүендә нотаға һалынған “Сборник оригинальных обработок народных мелодий” исемле китабы сыға. Ул музыка йүнәлешендәге урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы әсбап, концерттарҙа уйнар өсөн әҫәрҙәр йыйынтығы булып иҫәпләнә. Талантлы яҡташыбыҙ эстрада төркөмө ойоштора, уның составына гитарасылар (соло, ритм, бас), һуҡма музыка ҡоралдары, кларнет инә.

1977 йылда Р. Вәдүтов ижадташ дуҫтары менән оҙонлоғо биш мең километр булған ун көнлөк автоуҙышта ҡатнаша. Сара Рәсәй ҡалалары буйлап үтә.

Рәжәп Вәдүтов күп тапҡыр дәүләт концерттарында, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙә ойошторолған фестивалдә сығыш яһай, филармония залында ике бүлектән торған концерт бирә. 1998 йылда Австрияның Мольн ҡалаһында варган музыкаһы фести­валендә “Аккомпаниатор һәм импровизатор” номинацияһында лауреат була. Шулай уҡ ул – “Петропавловск ассам­блеяһы-2005” (Санкт-Петербург) халыҡ-ара баянсылар, Италияла (Кастельфирардо ҡалаһы) баянсы-аккордеонсылар бәйгеләренең дипломанты. Башҡорт­остандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Республика Хөкүмәтенең Почет гра­мотаһы менән бүләкләнгән.

Рәжәп Муллағәле улы – ҡатыны өсөн уңған ир, балаларына – яҡшы атай, биш ейәненә – яратҡан олатай. Тормош ип­тәше менән улар ике балаға – ҡыҙҙары Ынйыға һәм улдары Илсафҡа ғүмер биреп, уҡытып, ҙур юлға сығара. Икеһе лә атай юлынан китә – музыкант һөнәрен һайлай.

Инде егерме йылдан ашыу маэстро Рәжәп Вәдүтов үҙаллы эшләй, соло концерттар бирә, даими рәүештә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар үткәрә. Ул “Уйна, гармун, уйна, баян!” ижади танып-белеү программаһын алып бара, унда төрлө милли музыка ҡоралдары менән таныштыра.

Байтаҡ фекерҙәргә ҡарағанда, Р. Вә­дүтов үткәргән саралар оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Музыкант тыңлаусы­ларында йәнле му­зыкаға, мәҙәниәткә һөйөү уята, уларға йырҙарҙа сағылыш тапҡан данлы тарихы­быҙҙы оҫта итеп еткерә белә. Бындай осра­шыуҙарҙа йыр-моң һөйөүселәр республика­быҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың моңо менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә. Маэстроның уңышлы эшмәкәрлеге тураһында бик күп рәхмәт хаттары һөйләй.

Белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәжәп Муллағәле улының уйнау сәнғәтенə һоҡланғыс башҡарыу техникаһы, стилде нескәə тойоу, аһәңлек һәм музыкаллек хас. Яҡташыбыҙ ҡатнашлығындағы концерттар һәр ваҡыт тулы залдарҙа үтә, уның һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Рәжәп Вәдүтов беҙҙең республикала классик һәм халыҡ-эстрада йүнәлештәрендә оҫта солист-инструменталист, баянсы-виртуоз һанала.

Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһы. 

Автор:
Читайте нас: