Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2023, 22:01

Белорус әҙәби гәзитендә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылды

- Ике республика араһында тарихи әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ.

Белорус әҙәби гәзитендә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылды
Белорус әҙәби гәзитендә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылды

Беларусь Республикаһының «Літаратура і мастацтва» («Әҙәбиәт һәм сәнғәт») гәзите яңы һанын 26 – 28 майҙа Өфөлә үтәсәк “Китап-байрам” Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә арнаны. Был хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында һөйләне.

Махсус сығарылышта республикабыҙ яҙыусыларының әҫәрҙәре - Айгиз Баймөхәмәтовтың “Бәхет” хикәйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың, шағирҙар Хисмәтулла Юлдашев, Гөлназ Ҡотоева һәм Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙары донъя күрҙе.

Күренекле яҡташыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына айырым иғтибар бүленгән. Шулай уҡ Мостафа Сафа улының Минск ҡалаһында төшкән фотоһүрәттәре урынлаштырылған.

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен белорус теленә Алесь Карлюкевич, Микола Метлицкий, Геннадий Авласенко, Михась Поздняков, Инна Фролова, Рогнед Малаховский, Наталья Казаполянская тәржемә иткән.

Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич ике республика яҙыусыларының ижади дуҫлығын һыҙыҡ өҫтөнә алған һәм һуңғы йылдарҙа белорус баҫмаларында Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Зәки Әлибаев, Зөлфиә Ханнанова кеүек башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылыуын билдәләгән.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе һүҙҙәренсә, тәүге тапҡыр Өфөнән Минскиға әҙәби күперҙе башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина һалған: ул Максим Горький менән бергә СССР Яҙыусыларының беренсе форумында ҡатнашҡан.

- Ике республика араһында тарихи әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Беларусь Республикаһы быйыл көҙгә Башҡортостан яҙыусыларын саҡыра. Беҙ белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеп, Башҡортостанда белорус әҙәбиәте антологияһын баҫтырып сығарырға ниәтләйбеҙ. Белорусь Республикаһында башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫыласаҡ,- тине Айгиз Баймөхәмәтов.

Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе әйтеүенсә, “Китап-байрам” китап йәрминкәһе барышында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Беларусь әҙәби ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөләсәк. Килешеүҙәрҙең маҡсаты - Башҡортостан мәҙәниәтен сит илдәрҙә танытыу.

Автор:
Читайте нас: