Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2023, 17:49

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәренә 15 «Урал» автомобиле тапшырылды

Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте.

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәренә 15 «Урал» автомобиле тапшырылды
Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәренә 15 «Урал» автомобиле тапшырылды

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәренә 15 «Урал» автомобиле тапшырылды. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте.

«Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Рәсәй гвардияһы яугирҙәре менән осраштым һәм уларға яңы техника асҡыстарын тапшырҙым. Өр-яңы 15 «Урал» автомобиле Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре ҡарамағында. Хәҙер ышаныслы техника айырыуса ныҡ кәрәк», — тине Максим Забелин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн медицина ротаһын ойошторҙо.

Ротаның шәхси составына 50 кеше инде. Улар араһында табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, санитарҙар һәм водителдәр бар. Ирекмәндәр хәрби-табип комиссияһын үтеп, шәхси составҡа алынған да инде.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-19/15-avtomobiley-ural-peredany-boytsam-bashkirskogo-batalona-imeni-salavata-yulaeva-3264031

Автор:
Читайте нас: