Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2023, 21:45

Бейеүсе Рим Әбделмәнов...

Рим Әбделмәнов «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡарыусы булараҡ танылған.

Бейеүсе Рим Әбделмәнов...
Бейеүсе Рим Әбделмәнов...

Танылған бейеүсе, сәхнә ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы...  Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов хаҡында ҡыҫҡаса ғына шулай тип әйтергә була. 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы булараҡ, ул коллективтың кимәлен һәм статусын даими күтәреүгә бөтә ғүмерен арнай.  Бейеү аша халҡыбыҙҙың данлы тарихын, рухи байлығын сағылдыра, донъяның төрлө илдәрендә йәшәүселәрҙе башҡорт сәнғәте менән таныштыра. Сәхнәлә тыуҙырған һәр образы ҡабатланмаҫ булыуы һәм бөйөклөгө менән айырыла. 

 Рим  Әбделмәнов 1956 йылдың 7 сентябрендә Ғафури районының Оло  Ибраһим ауылында тыуған. 1996 йылда Рәсәйҙең Театр сәнғәте академияһын тамамлаған. 1973 йылдан — Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1989 йылдан уҡытыусы-репетитор булып эшләй. Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институты доценты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.

Рим Әбделмәнов «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡарыусы булараҡ танылған.

Фото: ирекле сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас: