+19 °С
Болотло
Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXII республика ҡурай байрамы үтте. Проект Башҡортостандың ҡала һәм райондарында брендлы мәҙәни саралар иҫәбендә.
Республика халыҡ ижады үҙәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, әлеге ҡурай байрамында төбәгебеҙҙең һигеҙ ҡалаһы һәм 16 районынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 300-гә яҡын ҡурайсы ҡатнашҡан. Төп бүләкте Өфөнән Вилдан Дәүләтбирҙин яулаған, уға йөҙ мең һумға сертификат тапшырылған.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов үҙ сығышында ҡурай байрамының нәҡ уларҙа уҙыуы, бренд булып тороуы менән ғорурланыуын, ҡалала милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен, был йәһәттән республика етәкселегенең төрлө яҡлап ярҙам итеүен билдәләгән.