Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2023, 16:15

Өфөгә үҙенсәлекле ҡулъяҙма күсермәһе килде

Беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡулъяҙма ислам донъяһы мосолмандарының ғорурлығы булып тора.

Өфөгә үҙенсәлекле ҡулъяҙма күсермәһе килде
Өфөгә үҙенсәлекле ҡулъяҙма күсермәһе килде

Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһен асыу тантанаһында сағыу, мөһим ваҡиға булды. Республика етәксеһе тәҡдиме менән үҙенсәлекле тарихи китап Башҡортостанға килде. 100 йыл элек уның төп нөсхәһе Өфөгә килтерелә. Был — изге Ғосман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе, Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе.

«Бөгөн беҙҙә тағы бер әһәмиәтле ваҡиға — Башҡортостан йәнә Ғосман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһенә эйә булды, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. — Мосолмандар ошо ваҡиғаның оло әһәмиәткә эйә булыуын белә. Был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ. 1923 йылға тиклем әлеге Ҡөрьәндең күсермәһе Башҡортостанда һаҡланған, ләкин Пакистан республикаһының үтенесе буйынса Ҡөрьән Үзбәкстанға оҙатылған, бөгөнгәсә Ташкенттағы музей-мәҙрәсәлә һаҡлана. Үзбәкстандағы дуҫтарыбыҙ ярҙамы менән Ҡөрьәндең алтын хәрефтәр менән яҙылған берҙән-бер ҡулъяҙма күсермәһе бөгөн бында. Ҡөрьәнде Милли музейыбыҙған тапшырабыҙ, ә һуңынан Ҡөрьәндең күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейында һаҡланыр».

Беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡулъяҙма ислам донъяһы мосолмандарының ғорурлығы булып тора. Әлеге ваҡытта боронғо ҡомартҡы Үзбәкстанда Хәҙрәт имам комплексы биләмәһендәге Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана.

Бөтә донъяға билдәле Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырылды.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: