– Абхаз АССР-ының Мерия ҡалаһы эргәһендә хеҙмәт иттем. 1987 йылда һалдат бутҡаһы ашай башланым. Самолеттарҙы авария мәлендә туҡтатыу өсөн ҡоролманың операторы булдым.
Иртән марш-бросокка сыға инек. Таулы урын. Бер иртә айырыуса боҙло, һыуыҡ ине. Батальонда дүрт взвод. Йүгереп төшөп барғанда дүртенсе взводтан берәү ҡоланы ла, артынан башҡаларҙы эйәртеп, шул тауҙан домино һымаҡ теҙелешеп барыбыҙ ҙа шыуып төштөк. Был ваҡиға беҙҙе нисектер яҡынайтып, дуҫлаштырҙы.
Бейек ят тауҙарға ҡарап, тыуған Ирәндекте, Уралды һағындым. Сираттағы хатымда: «Атай, ҡурай ебәрсе!» тип яҙҙым. Ҡәҙерле посылка килеп төшкәс, шатлыҡтың сиге булманы. Тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар ҡурай тауышына күмелде. Туған моңдарҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген аңлар өсөн шулай алыҫҡа китергә кәрәк булғанмы? Шул йылдарҙан алып ҡурай – айырылмаҫ юлдашым, - ти был егет. Кем ул?
Фото: шәхси архивтан.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-02-23/atay-uray-eb-rse-3155674?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500