Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2023, 07:00

Алты йәштән башланған еңеү

Яратҡан йырсыбыҙ Рәфис Сирусин юбилейын билдәләй. Рәфис, ғүмер байрамың мөбәрәк булһын. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, алҡыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Алты йәштән башланған еңеү
Алты йәштән башланған еңеү

РӘФИС СИРУСИН 1993 йылда Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында, йыр-моңға ғашиҡ Васил, Әнисә Сирусиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә.

– Рәфис, тәүге еңеүеңде иҫләйһеңме?
– Әлбиттә. Ул саҡта миңә алты йәш ине. Баймаҡ сәхнәһендә сығыш яһап, еңеү яуланым. Бала булараҡ, был конкурс икәнлеген, унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр буласағын, бәлки, аңлап та етмәгәнмендер. Әммә йыр яратыуым шул тиклем көслө ине, сәхнәгә сығып рәхәтләнеп, ихласлап тороп йырлағанымды әле лә хәтерләйем (йылмая).
– Һинең һәләтеңде күреп, оло сәхнәгә сығарған кешең дә булғандыр бит?
– Эйе, сәнғәткә һөйөүҙе миңә уҡытыусым, композитор Вилүр Мәүлитов һалды. Тәүге еңеүҙәрем менән мин уға бурыслымын. “Ирәндек ынйылары” конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуым минең киләсәгемде билдәләгәндер тип уйлайым. Күгиҙел мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу дәүерендә оло теләк менән бик күп йыр конкурстарында ҡатнаштым. Ата-әсәйемде лә, мине лә һөйөндөргән еңеүҙәрем теҙелеп китте: “Ирәндек моңдары”нда – беренсе, “Юлдаш йыры” – беренсе, Тверь ҡалаһында үткән “Дельфийские игры” конкурсында өсөнсө урынды яуланым.
– Рәфис, остаздарың хәтерләүенсә, һин бик күп конкурстарға йөрөүеңә ҡарамаҫтан, яҡшы уҡығанһың да.
– Үҙләштергән һөнәрең күңелеңә ятһа, барыһына ла өлгөрәһеңдер ул. Эйе, Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булдым, колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенә, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованың класына уҡырға индем.
– Һәм бында ла һинең еңеүҙәрең дауам итте...
– Эйе, уҡыуҙың тәүге йылында уҡ Мәскәү ҡалаһының Гнессин залында сығыш яһап, призлы урын яуланым. Артабан “Башҡорт йыры”нда – беренсе, Салауат йыйынында – беренсе, Тольятти ҡалаһында үткән “Студенттар яҙы”нда – икенсе, “Иҙел” фестивалендә – беренсе, Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән “Татар моңо”нда – икенсе, ошо уҡ Ҡазан ҡалаһында уҙған Рәшит Ваһапов исемендәге конкурста беренсе урынға лайыҡ булдым.
– Мин Баймаҡ ерендә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Сөнки һәр саҡ райондаштарымдың терәк-таянысын тойоп үҫтем, әле лә “Үҙебеҙҙең егет!” тип әйтеүҙәрен ишетеп һөйөнәм. Шуның өсөн бар баймаҡтарға, ҡәҙерле ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм һәм улар алдында баш эйәм.
– Рәхмәтле була белгәнең өсөн үҙеңә рәхмәт, Рәфис! Тик уңыштар юлдаш булһын һиңә!

 Гүзәл Иҫәнгилдина.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:
Читайте нас: