

"Өс йәшемдән, ғөмүмән, үҙемде белә-белгәндән алып сәхнәләмен, - ти билдәле йырсы Айгөл Әсәҙуллина. - Атайым мине клубта үткән һәр сарала ҡатнаштырыр, мотлаҡ сәхнәгә сығарып йырлатыр, ауылда үткән Яңы йыл маскарадында йыл һайын миңә етди бурыс йөкмәтерҙәр, “Яңы йыл” итеп тәғәйенләрҙәр ине. Әсәйем ошо сара өсөн йыл да матур костюм тегеп кейҙерә торғайны. Шулай итеп, тәүге сәхнәм – Хәлилемдең сәхнәһе булды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ауылдағы бер туй ҙа минһеҙ үтмәй торғайны. Ҡул сабып, дәртләндереп, һорап-һорап йырлатырҙар, аҡса һиберҙәр ине. Ә урамда иптәш ҡыҙҙарым, ике туған апай-һеңлеләрем минең “байып” сығыуымды көтөп тора. Шул аҡсаға магазиндан тәмлекәстәр алып һыйланыуыбыҙ хәтерҙә...
Тағы ла шундай ваҡиғаны иҫләй биреп ҡуям. Бер мәлде һатыусы апай, йырлаһаң, колбаса бирәм, тип йырлатты-йырлатты ла, вәғәҙәһен үтәмәне. Алданған кешеләй шарылдап илап, өйгә ҡайтып индем. Әсәйем әле лә, әйтеүен әйткәс, йырлатыуын йырлатҡас, бер ҡырҡым ғына була ла, колбаса киҫеп бирһә лә була бит инде, йәлләнем үҙеңде, тип шул хәлде иҫләп ала".
Фото: Бәйләнештә.