+24 °С
Ямғыр


Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан Үҙәк район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Максим Кизаметдинов «Рәсәй-1» телеканалында Андрей Малаховтың «Песни от всей души» программаһында ҡатнашты.
Егет тауыш операторы булып эшләй. Бынан тыш, ул йырҙар яҙа, йырлай. Тапшырыуҙың мөхәррирҙәре Максимға үҙҙәре сыҡҡан. Улар интернетта уның «Два орла» йырының яҙмаһын күргән.
Йыр май айында яҙылған. Максим Кизамутдинов өс йыр башҡарҙы. Йырсы ҡатнашлығындағы тапшырыу бөгөн, 11 июндә, эфирға сығасаҡ. Сара 18:00 сәғәттә башлана.