Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
15 Июнь 2023, 06:10

БДПУ студенттары "Шоңҡар"ҙа практика үтә

Бәләкәйҙән ғаиләбеҙ менән яратып уҡыған журнал хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан осрашыуыбыҙ өсөн бик шатбыҙ....

БДПУ студенттары "Шоңҡар"ҙа практика үтәБДПУ студенттары "Шоңҡар"ҙа практика үтә
БДПУ студенттары "Шоңҡар"ҙа практика үтә

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының 4-се курс студенттары  "Шоңҡар"ҙа практика үтергә килде. "Бәләкәйҙән ғаиләбеҙ менән яратып уҡыған журнал хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан осрашыуыбыҙ өсөн бик шатбыҙ. Бында беҙгә бик оҡшай. Журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов үҙҙәренең ижады хаҡында һөйләне, беҙҙә лә ижад осҡондары ҡабыҙҙы. Кем белә, киләсәктә беҙҙең аранан да билдәле ҡәләм әһелдәре сығыр әле", - ти йәштәр.

Фото: "Шоңҡар". 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас