

Беҙ – бәхетле быуын: уның ижады сәскә атҡан осорҙо үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, сығыштарын ҡараныҡ, йырҙарын кассетанан кассетаға күсереп тараттыҡ, моңландыҡ. Дим иһә сағыу йондоҙ булып балҡыны ла кинәт һүнде, йәш кенә килеш пландарын, уй-ниәттәрен үҙе менән мәңгелеккә алып китте. Үтә ныҡ йәл. Шуныһы йыуата: ул беҙгә үлмәҫ йырҙарын, ижадын ҡалдырҙы; уның тормошон лайыҡлы дауам иткән бынамын тигән балалары бар. Башҡорт рок йырсылары араһында Дим Ҡоләхмәтовтың бейеклегенә еткән, ысын мәғәнәһендә культҡа әүерелгән шәхестәр әлегә юҡ.
Йырсының рухын яҡындары ҡәҙерләп һаҡлай. Учалы районының Өргөн ауылында Димдең әсәһе Римма Насип ҡыҙы Ҡоләхмәтова һәм бер туған ағаһы, шағир Рамай Ҡаһир йәшәй. Рамай ағай хәтирәләре менән бүлеште:
"Инәйем (әсәйем) Римма Насип ҡыҙы, атайым Рәйес менән айырылышҡандан һуң, Әхтәм Ҡоләхмәтов исемле Туңғатар ауылы кешеһенә кейәүгә сығып, шул тарафҡа күсеп китте. Мин Өргөн ауылында, өләсәйем һәм олатайым тәрбиәһендә үҫтем. Ҡоләхмәтовтар ғаиләһендә бер-бер артлы өс бала – Әхнәф, Дим һәм Айгөл донъяға килде. Каникулдар ваҡытында йыш ҡына уларға, Комсомольск ҡасабаһына ҡунаҡҡа бара торғайным. Ул саҡтарҙа Дим балалар баҡсаһына йөрөй ине. Алырға барһам: “Рамай ағайым килгән!” – тип ҡосағыма атыла, ә урамға сыҡҡас: ”Ағай, ниндәй тәмлекәстәр килтерҙең?” – тип ҡыҙыҡһыныр ине. Сөнки белеп тора: Хәтимә өләсәйебеҙ әжегәй, сәк–сәк, бауырһаҡ кеүек тәмле күстәнәстәр ебәрә.
Йәйен улар ғаилә менән Өргөнгә оләсәйемдәргә бесән эшләшергә килер ине. Әсәйемдең ире – Димдең атаһы Әхтәм ағай тырыш, булдыҡлы, ярҙамсыл кеше булды. Бала йәнле, изге күңелле ине: барыбыҙҙы ла тиң күреп яратты. Әйткәндәй, мәктәпкә барыр алдынан әсәйем менән Әхтәм ағай мине Комсомольскийға күсереп алып ҡайтырға булды. Белеп ҡалдым да урманға ҡастым. Төн етеп, улар ҡайтып киткәнсе тәбиғәт ҡосағында йөрөнөм – Өргөндән, яратҡан оләсәйем менән олатайымдан айырылғым килмәне.
Шундай хәл иҫтә ҡалған. Дим 3-4-се класта уҡый ине, буғай. Бер мәл аҙна уртаһында оләсәйҙәргә килеп төштө. 45 саҡрымды осраҡлы машиналарҙа бер үҙе үткән! Баҡһаң, кемдеңдер йортоноң тәҙрәһен ватҡан өсөн әсәһе менән атаһынан арыу ғына эләккән, ә ысынында иһә Димдең бөтөнләй ғәйебе булмаған – башҡа малайҙар эш боҙған, имеш. Өргөнгә иһә ғәҙелһеҙлектән ғәрләнгән Дим дөрөҫлөк һәм яҡлау эҙләп килгән.
Ҡустым бала саҡтан спорт менән мауыҡты. Мәктәптә уҡыған саҡта йүгереү, саңғы шыуыу, мылтыҡтан атыу кеүек спорт төрҙәре буйынса төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындар яулай торғайны. Яҡшы физик әҙерлекле Димде һауа-десант ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә алдылар, ләкин, парашюттан уңышһыҙ һикереп, ул армиянан ваҡытынан алдараҡ ҡайтты. Ауылда көтөү көттө, комбайнер ярҙамсыһы булып эшләне. Әле шул саҡтарҙа донъя яңғыратып йырлап йөрөй торғайны, ти әсәйем.
Ябай, изге күңелле булды. Ғәҙелһеҙлекте яратманы. 1987-1988 йылдарҙа танылған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Пирғәлин, Фәнил Нафиҡовтар менән Комсомольск ауылының клубында инструменталь ансамбль ойоштороп, үҙҙәре көй, йыр яҙып, концерттар ҡуйып, дискотекалар үткәреп йөрөгәндәр.
Аҙаҡ, Әхтәм ағай вафат булғас, әсәйем балалары менән тыуған Өргөн ауылына күсте. Дим унда ла ансамбль ойошторҙо, дәртле йырҙарын яңғыратты.
1989 йылда яҙмыш уны Хәйбулла яҡтарына ташланы. Райондың комсомол ойошмаһы ярҙамы менән “Дәрүиш хан” төркөмөн ойошторалар. Улар 1992 йылда Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Урал моңо" конкурсында ҡатнашып, гран-при яулай. Репертуарҙарындағы йырҙар йәштәрҙең гимнына әүерелә.
Димдең дошмандары булманы тиһәм, хаталанмам кеүек. Ул кешеләргә ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә ине. Хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Изге йәнле, ихлас күңелле кеше ине. Ул беҙгә, яҡындарына, дуҫтарына ныҡлы терәк, моңло йырсы булараҡ был фани донъяларҙа яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ижады әлегәсә күңел күгебеҙҙе йәмләй, халыҡты Ер шарының ҡояшлы яғына әйҙәй..."
Рамай Ҡаһир.
Фото: Рамай Ҡаһировтың шәхси архивынан.