+22 °С
Ямғыр


М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Зиләрә Юлтаева бөгөн ғүмер байрамын билдәләй.
Зиләрә Валерий ҡыҙы Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында тыуған. 2007 йылда З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.
2007-2019 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән. Тап ошо йылдарҙа байтаҡ нәфис фильмдарҙа төшә.
2019 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.
Фото: Бәйләнештә