

Өфө "Арго плюс" компанияһы йырсы Радик Юлъяҡшиндың "Элвин Грей" музыкаль лейблынан 818 мең һумдан ашыу аҡса түләттерҙе. Был күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бурыс, шулай уҡ суд сығымдары һәм пенялар.
Арбитраж суды материалдарынан күренеүенсә, подрядсы 2021 йылдың йәйендә баннерҙар, артистың концерттарын һауа шарҙары менән биҙәү, сәхнә реквизитын эшләү, фотозона ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән. Лейбл бының өсөн бер ай эсендә түләргә тейеш булған, ләкин аҡсаны шулай ҙа күсермәгән.
"Элвин Грей" лейблы бер өлөшөн түләгән (400 мең). Ҡалған сумманы подрядсы суд аша талап итә һәм дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә. Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән, яуап биреүсе уны ялыу итә ала.
Фото: https://vk.com/elvin_grey
https://ufa.aif.ru/society/details/ufimskaya_kompaniya_vzyskala_818_tys_s_leybla_elvin_grey_za_oformlenie_shou