Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
22 Июнь 2023, 15:55

Тағы ла бер артисты юғалттыҡ

Уға 49 йәш ине...

Тағы ла бер артисты юғалттыҡТағы ла бер артисты юғалттыҡ
Тағы ла бер артисты юғалттыҡ

Бөгөн Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы  Фирҙәүес Ғизәтуллина ҡапыл арабыҙҙан китте... Уға 49 йәш ине.

Фирҙәүес Альберт Ҡыҙы 1973 йылдың 27 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында 2003 йылдан эшләй.

Фирҙәүес Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы  Вәкилә Ҡалмантаеваның ҡыҙы ине.

Фирҙәүес Альберт ҡыҙы  менән хушлашыу шәмбе, 24 июндә, 11:00-13:00 сәғәттәрҙә Көньяҡ зыяраттың хушлашыу Залында үтәсәк

Фото: Башдрам.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас