Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
26 Июнь 2023, 14:50

Зилә Лира: "Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс"

Беҙҙең әсәйҙәр балаларына хис-тойғоларын белдереп бармай. Ә һеҙҙе әсәйегеҙ һөйөп ала торғайнымы? 

Зилә Лира: "Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс"Зилә Лира: "Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс"
Зилә Лира: "Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс"

 Бер ваҡытта ла Янға һуҡҡаным булманы. Иркәләтеп үҫтерҙем. Хатта ҡайһы бере: “Улыңды һаман эргәңдә тотаһың”, — тип һөйләнеп тә ҡуялар. Бәй, эргәмдә башҡа кемде тоторға тейешмен? Һеҙҙең фекерҙән ҡурҡып, хәҙер улымды күрмәй йәшәргәме? Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ, бер бәхәсләшкәнебеҙ юҡ.
Беҙ, атай-әсәйҙәр, үҙебеҙгә кәрәк булғанда баланы уйынынан айырып яратабыҙ. Шунан бала һинән тартылһа, яратҡанымды яратмай, тип уйлайбыҙ. Шөғөлөнән бүлдергәс, нисек ул үҙен тоторға тейеш? Аҙаҡтан, үҙе килеп һырылһа, иркәләгеһе килһә, “аяҡ араһында буталып йөрөмә” тип ҡыуып ебәрәбеҙ. Бала шунда уҡ мине яратмайҙар тип башына һалып ҡуясаҡ. Шул мәлдәрҙе күрә, аңлай белергә кәрәк.
Бер тапҡыр Янды һөйәм тигәнгә, ул “ҡуйсы әле, әсәй” тип әйткәненән һуң, аңлап ҡалдым. Минең өсөн трагедия булды. Уны ярата алмаһам, кемде яратырға? Һуңынан уйлап ҡуйҙым: ә мин әсәйемдән үҙемде һуңғы тапҡыр ҡасан яраттырҙым? Бер ваҡытта ла! Шуға ла, бер заман, ҡыҙыҡ булһын тип, ипләп кенә барып әсәйемә һырылдым. Уның күҙҙәре йәшләнеп китте, мине яратып-һөйөп алды. Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс, шул хәтлем ят тойғо кисерҙем. 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас