Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
28 Июнь 2023, 06:05

Ауыл Иншар менән йәмле

Ауырғазы районы Мораҙым ауылы егете Иншар Вәлитов, ысынлап та, ауылдарының бер йәме. Төбәктә бер мәҙәни сара ла Иншарһыҙ үтмәй. 

Ауыл Иншар менән йәмлеАуыл Иншар менән йәмле
Ауыл Иншар менән йәмле

Ауырғазы районы Мораҙым ауылы егете Иншар Вәлитов, ысынлап та, ауылдарының бер йәме. Ауылда  ғына түгел, районда бер мәҙәни сара ла Иншарһыҙ үтмәй. 

Иншар былтыр  "Башҡорт йыры"нда лауреат булыуы менән үҙен сикһеҙ бәхетле һанай.  Бөтмөр егет шиғырҙар ҙа яҙа. Әйткәндәй, бөгөн Иншарҙың тыуған көнө бит әле. Ғүмер байрамың ҡотло булһын, Иншар! Һәр ваҡыт шулай тирә-яҡты йәмләп, йәнләп йәшә! 

 

ИРКӘЛӘСЕ МИНЕ, ИРКӘЛӘ

Күҙҙәреңдә һинең ҡояш көлә,
Йөҙҙәреңдән нурҙар бөркөлә,
Тауышыңда һандуғастар моңо,
Иркәләсе мине, иркәлә!

Иренеңдә һинең сейә тәме,
Алһыу йөҙөң – алһыу сәскәләй.
Һоро күҙҙәр наҙлап ҡараш ташлай,
Иркәләсе мине, иркәлә.

Ер йөҙөндә үҫкән сәскәләрҙе
Йыйып алдым бөгөн иртәлә.
Һөйөү менән сәскәләрҙе илтәм,
Иркәмә ул, минең иркәмә!

Иншар ВӘЛИТОВ.

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас