Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
28 Июнь 2023, 06:24

Өфө кинотеатрында — йәш авторҙар фильмы

Өфө кинотеатрында — йәш авторҙар фильмыӨфө кинотеатрында — йәш авторҙар фильмы
Өфө кинотеатрында — йәш авторҙар фильмы

Өфөнөң “Родина” кинотеатрында йәш авторҙарҙың фильмдары күрһәтелде. Был сара Йәштәр көнөнә арналды, ойоштороусыһы - Башҡортостан Кинематографистар союзы.

Экранда өс картина — “Ананас” (Д. Галеева), “Желтый шарфик” (И. Пономаренко), “Двойник” (А. Наговицын) ҡыҫҡа метрлы фильмдар күрһәтелде. Йәштәр был фильмдарҙы Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Башҡортостандың йәш киноһы” проекты ярҙамында төшөргән. Кинолабораторияла теләгән һәр кем ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәре үтеп, жюри ағзаларына үҙ сценарийын тәҡдим итте. Еңеүсе булып тап ошо өс фильм һайланылды. Шулай, йәш авторҙарға профессональ команда менән фильм төшөрөргә мөмкинлек барлыҡҡа килә.

27 июндә үткән сарала күрһәтелгән фильмдарҙың береһе — “Ананас”та автор Дилара Галееваның бала сағынан алынған хәтирә һүрәтләнә. “Желтый шарфик” фильмында режиссер һәм сценарий авторы Илья Пономаренко яңғыҙы ҡыҙын тәрбиәләгән йәш әсәй тураһында һөйләй. Артем Наговицындың “Двойник” тип аталаған ҡыҫҡа метрлы фильмы республикала яңы жанр — неонуарҙы асты.

Фильмдар ҡаралғас,Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, авторҙар, тамашасылар һәм журналситар ҡатнашлығында пресс-конференция уҙҙы. Тамашасылар һәр фильм буйынса фекерҙәре менән бүлеште, авторҙарға һорауҙар бирҙе. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла республикала йәш авторҙар ижады яңы кимәлгә күтәрелеүен билдәләне.

Кинолаборатория ярҙамында төшөрөлгән фильмдар артабан республиканың төрлө майҙансыҡтарында күрһәтеләсәк.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас