Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Июль 2023, 16:10

Һеҙҙе "Өләсәйем аштары" проектында ҡатнашырға саҡырабыҙ

Һеҙҙең ғаиләгә генә хас аш-һыу төрҙәре бармы? 

Һеҙҙе "Өләсәйем аштары" проектында ҡатнашырға саҡырабыҙҺеҙҙе "Өләсәйем аштары" проектында ҡатнашырға саҡырабыҙ
Һеҙҙе "Өләсәйем аштары" проектында ҡатнашырға саҡырабыҙ

Хөрмәтле милләттәштәр! Һеҙҙе "Өләсәйем аштары" проектында ҡатнашырға саҡырабыҙ. "Өләсәйем аштары” - халҡыбыҙҙың боронғо (онотолған йә онотола барған) аш-һыу әҙерләү рецептарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән проект. Бөгөнгө көндә лә ғаилә хәтерендә (ғаилә һандығында) уникаль аш-һыу әҙерләү рецептары һаҡлана. Башҡорт халыҡ йырҙарының үҙ тарихы булған кеүек, халҡыбыҙ аш-һыуҙарының да, бәләкәй ғаилә эсендә йә булмаһа шул конкрет ерлек менән бәйле, үҙ сығанағы бар. Бәлки ул тарих халҡыбыҙ кисергән ауыр тормош йылдары менән, бәлки ғаилә мөнәсәбәттәре, йолалары менән ауаздаштыр. Ойоштороу комитеты, иң уникаль рецептарҙы һәм уға бәйле тарихи материалдарҙы һайлап алып, “ӨЛӘСӘЙЕМ АШТАРЫ” исемле ТӘМЛЕ КИТАП сығарасаҡ. Материалдарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: assotsiatsiya19@mail.ru

Автор:
Читайте нас