+21 °С
Болотло


Быға тиклем Илнур Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлеген тамамлаһа, бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетын тамамлауы тураһында диплом алған. Был хаҡта ул сәхифәһендә былай тип яҙа:"Үҙҙәренең эштәре, тырышлыҡтары, балаларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныу хистәре тыуҙырғандары өсөн уҡытыусыларыма рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Уларға оҙон оҙаҡ уңышлы эшләүҙәрен теләйем. Шулай уҡ атай-әсәйемә, яҡындарыма, минең өсөн өҙөлөп торған кәләшемә, хөрмәтле тамашасыларыма ла сикһеҙ рәхмәтлемен".