

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре, "Яран гөл" ансамбле ҡыҙҙары, болануттан шифалы сәй эшләй.
"Һуңғы ваҡытта болануттан (иван-чай) сәй эшләү киң танылды. Быйыл ямғыр күп яуғанғамы боланут иртә күкрәп сәскә атты, шуға күрә ошо көндәрҙә уны йыйып өлгөрөргә кәрәк. Үлән сәйен һәр кем үҙенсә эшләй, киптерә. Бөгөн Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда ағинәйзәр,"Ярангөл"ансамбле ҡыҙҙары менән бик файҙалы булған Боланут (Иван чай) уланенан сәй эшләргә өйрәнеп,өйрәтеп оҫталык дарестәре уткәрҙек. Уны нисек йыйырға,кайһы ваҡытта өлгөргәнен,ниндәй составтарға бай иканен, ниндәй файҙалы икәнен аңлатып үттеләр. Сибәрбикә апай ҡайһы ваҡыт өйҙө был үлән менан төтәтеп таҙартып алыу бик мөһим тип аңлатты. Әүлиә Мөжәүир олатай ҙа был үлән сәйен ҡуланған, кешене дауалаған ,был турала Ләлә Тәлғәт ҡыҙы һөйләп китте.
Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Был сәй кешене тынысландыра, арыуҙы баҫа, мейе эшмәкәрлеген яйға һала, хәтерҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын төшөрә, һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора", - тип яҙалар "" төркөмөндә.