Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
20 Июль 2023, 13:01

Шағирҙың тыуған йорто

Ғилмениса ҡарсыҡ балҡыған йөҙ менән ихатаға сыҡты:- Һөйөнсө, Нурғәни балам, улың бар!

Шағирҙың тыуған йортоШағирҙың тыуған йорто
Шағирҙың тыуған йорто

"...Нурғәниҙең ҡулы эшкә бармай, нимәгә тотонорға белмәй. Әле унда, әле бында һуғылып, ваҡыт уҙғара алмайынса ыҙалана. Иҫән була күрһендәр!
Ниңә һуң бөтә ерҙә лә шомло тынлыҡ? Уның түҙеме бөтөп, өйгә кермәксе ине инде - Ғилмениса ҡарсыҡ балҡыған йөҙ менән ихатаға сыҡты:
- Һөйөнсө, Нурғәни балам, улың бар!
- Рәхмәт, инәй!
Нурғәни баҫҡан еренән ынтылып, тапанып ҡуйҙы.
- Һөйөнсөгә бер бәрәс һиңә!
Шул ҡояшлы иртәлә донъяға килгән ир балаға Мәжит тип исем ҡуштылар. Был 1880 йылдың 20 июле, яңы стиль менән 1 август ине".
/Ғилемдар Рамазанов "Мәжит Ғафури. Халыҡ шағиры хаҡында китап"/

Фотоларҙа:
- Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған йорто;
- Музейҙа һаҡланған экспонат - шағирҙың тыуған йорто макеты.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-80949146_11590?access_key=c898c72fa83eeb8c48

Автор:Загида Мусина
Читайте нас