

Башҡаларҙан айырылып торһон өсөн Аллаһы Тәғәлә һәр бер халыҡҡа тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, хатта кейем биргән, тиелә бер башҡорт риүәйәтендә.
Милли костюм - мөһим сығанаҡ, ул халҡыбыҙҙың матурлыҡты нисек тәрән аңлауын сағылдырып тора. Дәүерҙәр үҙгәреп торһа ла, башҡорт бер ҡасан да үҙ асылынан ситкә китмәгән. Бөгөн дә халҡыбыҙҙың сәнғәт элементтарын ҡулланабыҙ, йолаларыбыҙҙы тотоп йәшәйбеҙ, уларҙы балаларыбыҙға өйрәтәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа иманлы, айыҡлыҡ яҡлы йәштәрҙең, тәүге ғаилә байрамдарын – никах туйҙарын милли стилдә уҙғарыусы парҙарҙың артыуы ҡыуандыра. Милли күлдәктәр бындай байрам тантанаһына айырыуса йәм, зауыҡ, сағыулыҡ өҫтәй.
Бөрйәндә яңыраҡ ошондай матур туй тантанаһы үткән. Ғаилә ҡорған йәштәр - Нәби егете Ғәзинур һәм Аҫҡар ҡыҙы Йәнгүзәл Һатыбаловтар. Никахтарын теркәү тантанаһын Аҫҡарҙа саф һауала уҙғарған улар. Килен булып төшкән ауылында ҡыҙға Нәби ағинәйҙәре йолаға тура килтереп матур итеп һыу юлы ла күрһәткән.
Башҡорт кейемендә тәүге ғаилә байрамдарын билдәләгән йәштәрҙең ғүмерҙәре лә шулай матур, сағыу булһын тип теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ ырыҫлы, иманлы булһын, үҙегеҙ кеүек рухлы балалар үҫтереп, бәхетле йәшәгеҙ!
Гөлизә Хафизова.
Фото: "Таң" гәзите