

Бала саҡта, үткән быуаттың 80-се йылдарында, илебеҙ телеканалында барған “Уйна, яратҡан гармун!” телетапшырыуын яратып ҡарай һәм унда ҡатнашыу хаҡында янып йәшәй Азат. Ул осорҙа гармун тартҡан кеше артыҡ күп тә түгел ине, халыҡ уларҙың сығышын йотлоғоп, ихлас тыңлай торғайны, шуға күрә малайҙың алты йәшенән гармунда уйнай башлауы бер ҙә юҡҡа түгелдер. Өҫтәүенә әрме сафтарында хеҙмәт иткәндә уға Рәсәйҙең беренсе гармунсыһын, ул саҡта “Уйна, яратҡан гармун!” тапшырыуын алып барыусы Геннадий Заволокинды үҙ күҙҙәре менән күрергә насип булған. 90-сы йылдарҙа ул үҙенең телевизион төркөмө менән Амур өлкәһенең Тында ҡалаһына килгән икән. Ә Азат шунда хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткән. Ошо тапшырыуҙа ҡатнашыу бәхете тәтей егеткә. Хәҙер Әбйәлил районының Асҡар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Азат Ханнан улы АТАНҒОЛОВ Рәсәй гармунсыларының “Алтын унау” исемлегенә индерелгән. Яҡташыбыҙ менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ – ошо бала саҡ хыялдарының тормошҡа ашыуы, гармун, сәнғәт һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында.
– Азат, “Рәсәйҙең беренсе гармунсыһы” исемен йөрөткән, композитор, йырсы, шағир, бала саҡта беҙ яратып ҡараған “Уйна, яратҡан гармун!” тапшырыуын алып барған Геннадий Заволокин исемендәге “Уйна, гармун!” фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе бит әле һиңә?!
– 2012 йылда ошо тапшырыу Әбйәлилгә күрше Магнитогорск ҡалаһында төшөрөлгән ваҡытта Геннадий Заволокиндың эшен дауам иткән ҡыҙы Анастасия менән улы Захар, сығышымды оҡшатып, Новосибирскиҙа үтәсәк фестивалгә саҡырғайны. Әсәйем, билдәле сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова бала сағымда алып биргән, ваҡыт үтеү менән иҫкергән гармун менән артыҡ уңышҡа өлгәшә алмаҫымды һиҙемләһәм дә, сарала ҡатнашырға йөрьәт иттем. Шулай ҙа конкурстың лауреаты дипломына лайыҡ булдым.
Анастасия Заволокина, гармунымды яңыртырға ҡушып, тағы ике йылдан конкурста ҡатнашып ҡарарға тәҡдим итте. Бик ихлас әҙерләнә башланым фестивалгә. Иң тәүҙә, бик ҡиммәт булһа ла, Тула оҫталарына интернет аша гармунға заказ бирҙем. Шулай итеп, өс айҙан һуң инструментлы ла булдым. Минең өсөн уның хаҡы ул саҡта бик ҡиммәт ине, әлбиттә. “Был аҡсаға машина алыр инең бит!” – тип шаяртҡайны хатта дуҫтар. Әсәйемә ҙур рәхмәт! Ул минең өсөн ошо музыка ҡоралынан да ҡәҙерлерәк хазина юҡлығын бик яҡшы аңлай ине, шуға күрә мине гармунлы итте.
Әйткәндәй, “Уйна, гармун!” фестивалендә ни бары биш төп приз бирелә. Мин эстән генә “Тамашасы һөйөүе”нә иҫәп тотҡайным. Ә бының өсөн бик үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ сығыш яһарға кәрәклеген аңлай инем. Милли ҡоралыбыҙ ҡурайҙың бер кемде лә битараф ҡалдырғаны юҡ. Тик унда ҡурай булмаясаҡ, тип аңланым. Шуға уң ҡулыма милли уйын ҡоралыбыҙҙы тотоп, һулы менән “Тула” гармунында сығыш яһарға булдым. Әле лә ошолай уйнауымды дауам итәм.
– Ул саҡта “Сыңрау торна” көйөн башҡарғайның түгелме?
– Эйе, сығышымды “Сыңрау торна” һәм “Кәкүк көйҙәре” менән астым да, яйлап ҡына гармун менән ҡушылып, “Һыбайлылар” һәм “Юлдаш” көйҙәрен халыҡ иғтибарына тәҡдим иттем. Шул саҡта ҡурайҙы белеп етмәгән тамашасылар, моңдо нисек сығара ул, тип эргәмә килеп, ҡурайҙы тотҡолап ҡарап, өрөп, көй сығарырға маташҡайны.
Ошо конкурста, йәшерен-батырыны юҡ, милли уйын ҡоралыбыҙ уңышҡа өлгәшергә бик ныҡ ярҙам итте. Әлбиттә, гармуным да бик шәп ине. Шулай итеп, Новосибирскиҙа үткән III “Уйна, гармун!” фестивалендә өсөнсө урынды яуланым. Фестиваль кубогын ниндәй ҡиәфәттә сығып алғанымды күҙ алдына килтерһәгеҙ ине! Бәләкәй саҡтағы хыялым тормошҡа ашҡайны шул саҡта. Әле һаман хәтерҙә ошо минуттар.
– Америка, Германия, Израиль һәм башҡа сит илдәрҙән, элекке союздаш республикаларҙан, Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгенән ҡатнашҡан мең ярым музыкант араһында ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшеүең беҙгә, ҡасандыр Әбйәлил районының Амангилде урта мәктәбендә уҡыған класташтарыңа, яҡташтарыңа ҙур мәртәбәгә, ҡыуанысҡа әйләнгәйне. Тағы ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштың әле, Азат?
– Новосибирск өлкәһенең Ордын районында гармун фестивалдәрен үткәреү өсөн махсус төҙөлгән “Заволокин ауылы”ндағы барлыҡ бәйгеләрҙә үҙемде һынап ҡараным. Аҙаҡ Анастасия менән Захар Заволокиндарҙың саҡырыуы буйынса гармунсылар араһында ойошторолған төрлө сараларға йөрөнөм. “Уйна, яратҡан гармун!” телетапшырыуының 30 йыллығына арнап, Мәскәүҙә Кремлдә ойошторолған концертта сығыш яһау бәхете тейҙе. Ә “Сикһеҙ гармун” фестивалендә Дондағы Ростовтағы казачество II дәрәжә миҙал менән бүләкләне.
– Рәсми рәүештә Рәсәй гармунсыларының “Алтын унау” исемлегенә индерелеүең дә ошо һәләтең, уңғанлығың, тырышлығың, маҡсатҡа ынтылышлығың һөҙөмтәһе бит инде. Әйткәндәй, рәсми сертификат менән миҙал бирелгәйне түгелме?
– Эйе. Ошо гармуным менән Тула, Орел, Дондағы Ростов, Ҡырым, Сочи, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡала-төбәктәрҙә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштым. Шулай итеп, шөкөр, бала саҡтағы хыялдарым тормошҡа аша бара.
– Әсәйең Хәнифә Әбүбәкирова ла – билдәле сәсәниә, сәнғәткә ғашиҡ кеше. Уның менән бергә сит илдәрҙә лә сығыш яһағайнығыҙ бит әле?
– Ошо үҙенсәлекле сәнғәт тормошона аяҡ баҫҡанмын һәм ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкәнмен икән, быларҙың барыһы өсөн дә әсәйемә рәхмәтлемен. Бала саҡтан уға эйәреп, Әбйәлилдә һәм башҡа ҡала-райондарҙа, төбәктәрҙә үткәрелгән бар мәҙәни сараларҙа тиерлек ҡатнашып үҫтем. Бынан тыш, әсәйем менән Венгрияның бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы йыйыу һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеү буйынса “Йолалар йорто” һәм “Фоно Зенекар” музыкаль төркөмөнөң саҡырыуы буйынса өс тапҡыр Будапешт, Кечкемет, Детрецене, Гюль Бабаб Тюрбе ҡалаларында булдыҡ. Әсәйем мадъярҙарға башҡорт бейеүҙәре хәрәкәттәрен, айырыуса халыҡсан тыпырлау дәрестәрен үткәрҙе, ә мин ҡурай менән гармунда милли көйҙәребеҙ менән таныштырҙым.
– Бер йылдан ашыу элек “Беренсе канал”да “Мөғжизәләр яланы”нда ла ҡатнашып, тапшырыуҙы алып барыусы Леонид Якубович менән тамашасыларҙы ла таң ҡалдырҙың түгелме?
– Ошо тапшырыуҙа милли кейемебеҙҙә “Лағыр көйө”н бер юлы гармунда ла, ҡурайҙа ла уйнағайным шул. Леонид Якубович йәшенеп торған икенсе кешене эҙләткәйне ул саҡ (көлә – авт.). Үҙе бер тамаша булды был хәл.
– Халыҡ һөйөүен яулауға, гармунда, ҡурайҙа уйнап, күптәрҙе ижадың менән таныштырыу бәхетенә өлгәшкәнһең, Азат. Ә уйлап ҡараһаң, профессиональ гармунсы ла түгелһең бит... Тимәк, яратҡан шөғөлөңдө бар күңелеңде һалып башҡарғанда, әллә күпме дан-уңыш ҡаҙанырға мөмкин...
– Барыһы ла бала саҡтан башланды: гармунда уйнау теләге менән яна торғайным. Ә әсәйем ошо уй-теләгемде тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөн һалды. Мин һорағас, музыка мәктәбенә лә уҡырға бирҙе. Бала саҡтан гармун уйнау менән мауыҡҡас, мәктәптән һуң оҙаҡ уйлап тормай, Өфөләге сәнғәт училищеһына барҙым. Тик унда гармунсылар әҙерләмәгәндәрен әйттеләр һәм ҡурай класын тәҡдим иттеләр. Белемемде ошо юҫыҡта артабан Өфө сәнғәт академияһында дауам иттем.
Тыуған яғым Асҡарға ҡайтҡанға тиклем Салауат музыка училищеһында, Магнитогорск ҡалаһындағы Башҡорт сәнғәт йортонда, Әбйәлилдең Йәнгел ауылы музыка мәктәбендә эшләнем.
Әле Әбйәлил район үҙәге Асҡарҙағы балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын һәм гармун түңәрәген алып барам.
– Уҡыусыларың да үҙен төрлө бәйге-конкурстарҙа һынап ҡараймы?
– Эйе, мәҫәлән, Айназ Дәүләтов исемле һәләтле гармунсы-уҡыусым бар. Ул, минең менән бер рәттән, үҙен Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа һынап ҡарай. Мәҫәлән, былтыр йыл аҙағында Бөтә Рәсәй “Тула гармоникаһы” фестивалендә икенсе урынды яуланы.
– Азат Атанғолов исемендәге гармунсылар бәйгеһе лә даими үткәрелә...
– Эйе. Ике йылға бер ошо сараны ойошторорға тырышам. Был балалар өсөн үҙҙәрен һынап ҡарау, оҫталығыңды арттырыу һәм башҡаларҙың һәләт-мөмкинлектәре менән танышыу өсөн бик кәрәк.
– Ғөмүмән, ғаиләң менән бергә ошо ижади мөхиттә ҡайнап йәшәйһегеҙ...
– Ҡатыным Фирүзә, башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа ла, шулай уҡ сәнғәткә ғашиҡ кеше. Әле ул Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тәрбиәсе һәм шул уҡ ваҡытта музыка етәксеһе булып эшләй.
Шуныһы һөйөнөслө: балаларым да ижадҡа ғашиҡ. Ишҡол урта мәктәбенең VI класында белем алған ҡыҙым Азалия өләсәһе кеүек сәсәниә булмаҡсы. Бәләкәй генә сағынан шиғырҙар ижад итә. Уның ижади емештәре урындағы гәзиттәрҙә даими баҫыла. Азалия йырға ла маһир. Өҫтәүенә спортсы ла, көрәш менән дә мауыға.
Икенсе ҡыҙым Наҙгөл – II класс уҡыусыһы. Ул да тырыш, бик матур йырлай, шулай уҡ уның да сәнғәткә ынтылышы ҙур.
– Киләсәккә ниндәй уй-пландар менән йәшәйһең, Азат?
– Гармунһыҙ бер нисек тә йәшәй алмайым, шуға күрә үҙем кеүек ижадҡа ғашиҡ кешеләр менән аралашып йәшәү – үҙе бер бәхет. Ошо сәбәпле, тормошомдоң күп өлөшө юлдарҙа үтә, тиһәм, һис хата булмаҫ. Һөҙөмтәлә башҡорт милли ҡоралдары аша милләтемде танытыуым менән сикһеҙ бәхет тойғоларын кисерәм. Гармун менән ҡурайҙы битараф, тыныс тыңлаған кешене бер ҡайҙа ла осратҡаным юҡ әле.
Шулай итеп, һәр кем мөмкин тиклем үҙенең халҡының, Тыуған иленең данын күтәрергә тейештер, тип уйлайым. Мин – музыкант. Ижадым менән ғәзиз илемә хеҙмәт итәм. Был – минең йәшәү маҡсатым.
– Уңыштар юлдаш булһын!
Архив, 2020 йыл. "Башҡортостан" гәзитенән
Фото: "Осҡон"