Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Июль 2023, 11:16

Тиҫтәнән ашыу йыл яҙылған китап

 Йәмәғәт эшмәкәре, юрист, яҙыусы, скульптор Рафаил Нариман улы Зинуровтың өр-яңы китабы донъя күрҙе. 

Тиҫтәнән ашыу йыл яҙылған китапТиҫтәнән ашыу йыл яҙылған китап
Тиҫтәнән ашыу йыл яҙылған китап

Бөгөн, 21 июль,  йәмәғәт эшмәкәре, юрист, яҙыусы, скульптор Рафаил Нариман улы Зинуровтың өр-яңы китабының исем туйы үтте. "Книга судеб. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней, изложенная в стихах" тип аталған китапты автор тиҫтәнән ашыу йыл яҙған. Исеменән үк аңлашылып торғансы, китапта башҡорттарҙың тарихы шиғыр юлдары аша бирелгән, унда 7 мең тирәһе юл.  

Китаптың исем туйына Рафаил Нариман улының коллегалары, ғалимдар, яҙыусылар йыйылды. Улар араһында  тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, Башҡортостандың халыҡ шағирә Рәшит Шәкүров,  ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллина, ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Марс Юлдашев һ. б.  булды. 

Һәр сығыш яһаусы "Книга судеб. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней, изложенная в стихах"  китабының үҙенсәлеген, әҙәбиәт өсөн дә, тарих өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булғанын,  Рафаил Нариман улының үҙ эсенә шағирҙы ла, ғалимды ла һыйҙырған автор итеп асылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

 

Автор тураһында белешмә: 

Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).

Журналистар Союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (2004) һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдар Союзы (2006)[2], этнологтар, антропологтар Ассоциацияһы ағзаһы.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас