Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Июль 2023, 04:45

Туҡталҡа Повесть (аҙағы) Риф Тойғонов

Әсәһе уны: «Ил байлығын вагонлап урлағанда, һинең өс-дүрт таҡтаң нимә инде, улым! Ана, хужалыҡтың һауын һыйырҙары, эре мөгөҙлө малдары бөтөү арҡаһында буш ҡалған ҡураларҙы нишләттеләр? Ҡараңғы төн ышығында һүтеп алып бөттөләр.

Туҡталҡа Повесть (аҙағы) Риф ТойғоновТуҡталҡа Повесть (аҙағы) Риф Тойғонов
Туҡталҡа Повесть (аҙағы) Риф Тойғонов

Айнур әсәһен яҡлар һәм һаҡлар йәшкә еткән инде быға юл ҡуймаясаҡ, һайыҫҡан һымаҡ күп шыҡырларға яратмай ул. Ә бит уҙған ғүмергә бәйле ҡайһы берәүҙәрҙең: «Бынамын итеп донъя көтөп, дер һелкетеп эшләп йөрөйһөң-йөрөйһөң дә ҡартлыҡтың үксәгә баҫҡанын бөтөнләй һиҙмәйһең», – тип үкенгәндәрен дә ишеткәне бар егеттең. Нишләйһең, кемдер бала-сағаһының изгелеге арҡаһында, рәхәт тормошта йәшәп, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсә. Икенселәр иһә, арымай-талмай бил бөгөп тә, был бәхетте татымайынса, ҡот осҡос хәлгә – яңғыҙлыҡҡа дусар була. «Иң ҡурҡыныслыһы тап шулдыр», – тигән фекергә килеп Айнур, көҙөн Өфөгә китһә, әсәһенең дә йортта бер үҙе ҡалыуын иҫенә төшөрөүҙән ҡапыл һиҫкәнеп ҡуйҙы. Ошо һиҫкәнеү уны Ҡатыралыла һыу инеп кире ҡайтҡанда ла, сәй эскәндә лә, кәртә-ҡура эштәрен башҡарғанда ла, көтөүҙе ҡаршы алғанда ла оҙатып йөрөнө. Киске ашҡа йыйынғанда, ул әсәһенең ҡылын сиртеп ҡараны:

– Әллә ауылда ғына төпләнергәме?

– Ауыҙыңды ла асма! Ике-өс көн элек һөйләшкәндә иҫкәрткәйнем, бөгөн дә ҡабатлайым: йәй айҙары бесән әҙерләшһәгеҙ, шул еткән. Аллаға шөкөр, хәлем бар әле, маңлайға яҙылғанын күтәрермен. Аҡыллы әҙәм хәҙер ауылға йәбешеп ятмаҫ, киләсәге юҡ уның.

Әсәһенең дәғүәһе менән Айнур ҙа килешә, әлбиттә. Тура яуаптанмы, ул хатта ҡолағына тиклем ҡыҙарҙы. Әммә бәғеренең фәҡәт уның өсөн генә өҙгөләнеүен аңлаһа ярай ҙа бит.

Самауыр ҡуйылған өҫтәл артына ултырғас, егет был хаҡта һүҙ башларға теләмәне. Итле вермишель ашаған арала улар донъя хәлдәренә төшөп киттеләр. Чечнялағы мәғәнәһеҙ ҡырылышты ла ситләп үтмәнеләр. «Һаман һуғышалар, – тине әсәһе, ауыр уфтанып. – Имән кеүек егеттәрҙең ғүмере ҡыйыла. Шуларҙы ишетәм дә, улым, мәхшәрҙән иҫән-һау ҡайтыуыңа ҡыуанып бөтә алмайым. Быны мин Аллаһы Тәғәләнең уҡыған аяттарымды, ҡылған доғаларымды ҡабул итеүелер тип уйлайым».

Айнур уға рәхмәт әйтергә ашыҡты. Әсәһе уның сәйҙе ниндәй ризыҡ менән эсергә яратыуын белгәнгәлер инде, был юлы ла табынға майлы ҡоймаҡ әҙерләп ҡуйған. Юҡҡамы ни ул: «Улым, нимә ашағың килә, нимә бешерәйем?» – тигәнерәк һорауҙар менән теңкәһенә йыш тейә. Уңайһыҙлыҡ кисергән егет бындай мәлдәрҙә: «Йәне теләгән йылан итен нишләткән әле», – тип көлөп яуап бирә. Бөгөн иртәнсәк тә улар араһында ошондайыраҡ һөйләшеү булғайны. Әсәһе аҙаҡ: «Ярай, кискелеккә ҡоймаҡ ҡойормон», – тип вәғәҙә иткәйне.

Шул ҡоймаҡтар менән тәмләп сәй эскәидән һуң Айнур, өйгә инеп, телевизор ҡаршыһында урын алһа ла, нығытып ҡараңғы төшөүгә, клуб яғына барып әйләнде. Ҡолаҡ тондорғос музыка аҫтында бейегәндәр янына эскә үтеп торманы. Ялға ҡайтҡан ике-өс тиҫтерен тышта осратып, хәл-әхүәл генә һорашып өлгөрҙө – улары аулаҡ ойошторолған йортҡа ашыға ине. Айнурҙы ла саҡырҙылар. Әммә егет баш тартыу өсөн елле сәбәп тапты: йәнәһе, мунса көтә уны. Тегеләр көсләшмәне. Алдашыуҙан күңеле булған Айнурҙы әсәһе генә ғәжәпһенеп ҡаршыланы:

– Ҡайһылай тиҙ?!

– Эш бар.

– Төн уртаһында ниндәй эш ул?

– Ҡарауылға барам.

– Шул һиңә бик кәрәкме?

– Ҡараҡ язаһын алырға тейеш.

Әсәһе уны: «Ил байлығын вагонлап урлағанда, һинең өс-дүрт таҡтаң нимә инде, улым! Ана, хужалыҡтың һауын һыйырҙары, эре мөгөҙлө малдары бөтөү арҡаһында буш ҡалған ҡураларҙы нишләттеләр? Ҡараңғы төн ышығында һүтеп алып бөттөләр. Ситтән килмәнеләр, ауылдыҡылар әрһеҙлек күрһәттеләр», – тигән һүҙҙәр менән ныҡ ҡыҙҙырҙы башта, һуңынан, һыуына төшкәс: «Был халыҡ үҙ башына ҡотора», – тине ул, ихлас аптырауға күсеп. Айнур иһә, китер ваҡытын самалап, өйҙән сыҡҡан саҡта әсәһе уға, бөтөнләй мөләйем өндәшеп, үпкәһеҙ генә оҙатып ҡалды:

– Үсләшеп, яуызлыҡ ҡылмаһындар, һаҡ бул!

«Әсәйемә нимә генә эшләһә лә килешә, нимә генә һөйләһә лә урынлы», – тип уйлаған егет тау башына кәртә артынан тура һуҡтырып, юлды ҡыҫҡартырға теләне. Атлаған ыңғайға ул клуб яғына йөҙ бороп, ҡолаҡ һалып алды. Йыр-моң ишетелмәй. Күрәһең, йәштәр таралғандыр. Байтаҡ йорттарҙың тәҙрәләрендә лә уттар һүнгән. Сағыу ай яҡтыһында ауыл хәҙер иҙерәп йоҡлай һымаҡ. Юҡ, бөтәһе лә түгел икән. Ҡатыралыға етәрәк Айнур яҡында ғына сылтырап көлгән ҡыҙ тауышынан тертләй биреп ҡуйҙы. Алан-йолан ҡараныуҙан үҙе бер кемде лә абайламаны. Аҙымдарын ҡыҙыулатыуға ул оло урам буйлап яҡтылыҡ һибеп үткән автомобилгә иғтибар итте, Капитан өйө янында туҡтаны, шикелле. Аталарының вафатына балалары ҡайтҡандыр, туған-тыумасалары килгәндер...

Шулай ҙа кеше күҙенә салынырға теләмәгән Айнурҙы әле йылғала һирәк-һаяҡ балыҡ ҡарпыуы ла көтмәгәндә шик-шөбһәгә һалып ала. Әммә уға ошолай сәбәләнеп оҙаҡ барырға яҙманы – күпергә килеп ҡушылған һуҡмаҡ егетте тау башына әйҙәне. Хәҙер инде ул, сихри тынлыҡ ҡосағына сумып, әсәһенең бая әйткәндәрен ҡабат иҫенә төшөрөп атлағанда, ҡолағына уның урыҫса яңғыраған һүҙҙәр килеп ишетелде. «Ҡараҡтарҙыр!» – тип уйланы Айнур, һиҫкәнеп. Уларҙы фашлау теләгенән егет уҡтай атылып алға ташланды ла, бер аҙҙан Әмир тауышын танып, туҡтарға мәжбүр булды. Баҡһаң, ул кемгәлер шиғыр уҡый икән:

По камням струится Терек,

Плещет мутный вал;

Злой чечен ползет на берег,

Точит свой кинжал;

Но отец твой старый воин,

Закален в бою:

Спи, малютка, будь спокоен,

Баюшки-баю.

– Ысынлап та, «баюшки» ваҡыты еткән...

Эльзаныңда тауышын Айнур тиҙ таныны. Тулҡынланыуҙан, тыны быуылыр сиккә етеп, алдындағы үр ҙә уның өсөн хәҙер ҡапыл ғына менә алмаҫлыҡ текә ҡаяға әйләнде.

Эльзаның ҡайтырға иҫәп тотоуын аңлап, Әмир уға һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәне.

– Был шиғырҙы Лермонтов 1838 йылда яҙған, – тине ул, кеҫәһенән сигарет сығарып ҡабыҙған ыңғайға. – Яҡынса иҫәпләгәндә, Кавказда һуғыш ике быуат самаһы дауам итә. Йылдарға күсерһәк, ике йөҙгә барып баҫа. Был бит бик күп!

– Күплеккә күп инде. Кемдәлер ул чечендарға ҡарата һоҡланыу тыуҙыра, ә кемдеңдер асыуын ҡабарта. Ярай, унда һуғыш, ти. Шул арҡала ауылдары зыян күрә. Ә беҙҙә? Беҙҙә бит ауылдар һуғышһыҙ ҙа бөтөп бара. Ә һин бая: «Институтты тамамлағас, ауылға ҡайтаһыңмы?» тип һораның. Юҡ, ҡайтмайым. Сөнки хәйерселектә ғүмер иткем килмәй. Үҙебеҙҙең ауылда ғына иҫерек ир менән етешһеҙ тормошта йәшәгән күпме ҡатын-ҡыҙ бар? Шулар яҙмышы өркөтә мине.

Шул арала Әмир өндәшмәй ултырыуҙан ялығып та өлгөрҙө, шикелле. Хәйер, уға һәр һүҙ өсөн күршегә йүгереп инеү мохтажлығы юҡ. Әле лә юғалып ҡалманы:

– Һинең ише ҡайтмаусылар өсөн бер ваҡыт ошо ауыл, бер шағир яҙғанса, «тыуған өйһөҙ тыуған ауылың» булыр, унан һуң яйлап тыуған ауылың юҡҡа сыҡҡан тыуған яғыңа әйләнер, һәм онотолор...

Эльза иһә, уның хәбәрен зиһененә ихлас һеңдерһә лә, бер ни ҙә өҫтәй алмағанға, күңелендә яңы ғына тыуған теләген әйтергә ашыҡты:

– Бигерәк тәмле сигарет тартаһың. Мин дә бер-ике ауыҙ итәйем?

Йомартлыҡ күрһәткән Әмир, эстән албырғаһа ла, тыштан үҙен тыныс тоторға тырышты. Йәнәһе, ҡыҙҙарҙың бындай ҡыланышына иҫебеҙ китеп бармай.

– Нишләп бер-ике генә? Өс-дүрт тә һурырға мөмкин. Кәрәк икән, яңыһын ҡабыҙам...

Эльзаның ҡулына сигарет алыуын Айнур оҡшатманы. Шуға ла уның был урындан тиҙерәк киткеһе килде. «Ә ниңә аптырарға? – тип йыуатты егет үҙен, тауҙан кире төшкәндә. – Ауыл ҡыҙҙары яңы шаяра башлағанды, ҡаланыҡылар әллә ҡасан ситәнгә киптереп элгән инде».

«Эльза бит ауыл ҡыҙы, – тип ҡарыулаша икенсе бер уй. – Ә ауыл ҡыҙына барыбер тотанаҡлыҡ хас».

Аҙашып килеп кергән өсөнсө уй иһә: «Ауыл ҡыҙҙары хәҙер ҡаланыҡын уҙҙырып ебәрә», – тип кеткелдәп көлә-көлә Айнурҙы тағы ла нығыраҡ хафаға һала.

Тауҙан төшөп, күпергә етәрәк ул, эйәреп килмәйҙәрме тигәндәй, тау үренә боролоп ҡарағанда, ҡаршы яҡтан яҡынайған аяҡ тауышын ишетеп, яр буйындағы йыуан тирәк артына йәһәт кенә йәшенде. Тегеһе оҙаҡ көттөрмәне. Күпер аша сыҡҡанда ул да, ауыл яғына әйләнеп, кемделер көткәндәй бер аҙ торҙо ла, юлын артабан кикерә-кикерә дауам итте.

Сабитты кикереүенән үк танығaн Айнур күңелендә иң элек: «Эльзаны эҙләп китеп барамы?» – тигән һорау тыуҙы. Һорауға үҙе үк ихлас яуап ҡайтарҙы: «Эҙләһә лә ғәйеп түгел. Ваҡыт һуң. Ата кеше ҡыҙы өсөн борсолорға тейеш». Әле генә шаһитлыҡ ҡылғанын егет шулай аңларға тырышты, буғай. Әммә Сабиттың бөтөнләй башҡа уй менән тау башына күтәрелеүен ул ҡайҙан белһен инде?!

...Ғатау йортонда ныҡ ҡына тейәгән Сабит, өҫтөн дә һалмайынса ятып йоҡлағандан һуң, төн уртаһында уянды ла, тышҡа сығып килгәс, ҡатынына һүҙ ҡушты:

– Баш ауырта, берәй нәмәң юҡмы?

Араҡы өмөт итеүҙән бигерәк күптәнге ғәҙәт буйынса һораны ул.

– Һыуытҡыстағы шешәлә әҙерәк барҙыр. Шуның менән башыңды төҙәт тә ят, һоро күҙкәйем! Әбешкә барышлай Илфат ҡәйнешең һуғылғайны, шуның күстәнәсе.

Ҡатынының йоҡо аралаш биргән яуабынан Сабиттың йөҙө ай булып балҡыны. Ул ҡәҙерле әйберен күптән юғалтып, көтмәгәндә тапҡан кешеләй киҫкен хәрәкәттәр яһаны ла бүлмә аша һыуытҡыс янына бер-ике генә һикерҙе. «Был нишләүең, пап?» – тип әйтергә, ярай әле, ҡыҙы Эльза күрмәне. Күрһә, һис шикһеҙ: «Янғын сыҡҡанмы әллә?» – тип ҡото осоп аптырар ине. Ундай хәлдәргә лә тарығаны бар Сабиттың. Бөгөнгөһөн күҙ алдына килтергәндә, тегеләре балаларса шаярыу ғына булған.

«Быны бер юлы эсергәме, әллә бүлергәме? Ниңә ашығырға? Икегә бүлеп эсергә кәрәк. Бүлһәң, ләззәте лә оҙаҡҡа һуҙылыр...»

Ана шундай уйҙар менән йорт хужаһы өҫтәл артына килеп ултырҙы. Стакан табып, уға араҡы ҡойғанда бигерәк һаҡ ҡыланды. Ҡулы ҡалтырауҙан шешәне төшөрөп ебәрмәйем тип ҡурҡты, шикелле.

Араҡы эскәндән һуң Сабиттың аяҡ быуындары йомшап, кәүҙәһенә еңеллек өҫтәлде, томанлы ҡарашы ла аяҙып, тын алышы иркенәйеп китте. Ошондай рәхәтлек кисергән йәндең бер сама ойоп алыуы ла һис тә ғәжәп түгел. Әгәр ҙә сигарет тартҡыһы килмәһә, белмәйем, тағы күпме дауам итер ине уның былай өнһөҙ ултырыуы. Урынынан тороп, соланға сыҡҡансы ул, йәнә шешәләге зәм-зәм һыуын бөтөргәнсе уртлап, уң ҡулының күлдәк еңе менән ауыҙын ҡапланы.

Өйгә кире ингәндә иһә йорт хужаһының ләззәтле кисереше үҙенең иң юғары нөктәһенә яҡынлаша башлағайны. Шуғалыр ҙа инде ул көтмәгәндә: «Ка-пи-таи! Ка-пи-тан!» – тип көйләп ебәрҙе лә, иҫен йыйып: «Ниңә әле мин Мөхлис йырын ҡабатлайым?» – тигән һорау менән, кемдәндер ғәйеп эҙләгәндәй, бүлмә буйлап йөрөштөрҙө. Бер аҙҙан туҡтап, өҫтәлдәге буш шешәгә мөлдөрәгән ҡарашын төбәгән килеш танау аҫтынан ишетелер-ишетелмәҫ мығырланы: «Етеңкерәмәне, эх, тағы ла әҙерәк өҫтәгәндә, эсте тишмәҫ ине».

Хәмерҙең ҡотортҡос көсөнә буйһонған Сабит күңелендә яйлап ошо теләк ныҡлап тамыр йәйҙе. «Тик ҡайҙан табырға? Ҡатынды уятып, күршеләргә нисек йүгертәһең – ҡулынан килгәнен эшләне ул. Ғатау өйөнә лә юл ябыҡ – ҡоро ҡашыҡтың ауыҙ йыртыуы бар. Ирен бысратып, Хәмиттең исемен телгә алырға ла кәрәкмәй. Мөхлис тә, үҙе менән бергә эсмәгәс, көтәсәккә бирмәйәсәк. Бурыс арҡаһында Сауҙагәр Шәрифкә лә бик түбәнселек менән баш һалып булмай. Ә ҡалғандар? Улары һуҡыр тингә лә тормай...»

Ҡабат соланға сигарет тартырға сыҡҡанда, Сабит ни мөғжизә менәндер тау башындағы туҡталҡаның ҡайырып алынған өс таҡтаһын хәтерләп: «Минән дә алда өлгөргәндәр», – тип башта үкенес белдерҙе. Унан һуң, сүгәләп арҡаһын стенаға терәгәс: «Ә кемдең эше икән? – тигән һорауға бәйле икенсе уйҙарға күсеп китте. – Әлеге лә баяғы Сауҙагәр Шәриф этлегеме әллә? Үҙе көсәнеп йөрөмәҫ, башҡа берәүҙе ҡотортор. Мәҫәлән, Ғатауҙы. Юҡ, уның көсө етмәҫ. Улай тиһәң, теге кәзәне ботарларға көсө еткән бит. Шикләнергә урын бар. Бәлки, Хәмиттер. Иҫкән елгә лә сайҡалыр хәлдә шул, унан рәт сыҡмай. – Сигарет тартҡан йорт хужаһы йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды. – Мөхлис тә ике-өс таҡта өсөн ваҡланмаҫ, кәрәк икән, машинаһы менән килтертеп ауҙартыр. Айнур ҙа бындай юлға аяҡ баҫмаҫ – боҙолмаған әле ул. Ауыл буйынса һанаһаң, ҡара яғыр ир-ат былай күп инде: Әбүбәкир, Носорулла, Вәлитдин, Сәмерхан...»

Аяҡтары ойоуҙан Сабит, уйҙарын өҙөп, торорға маташҡанда кисә иртәнсәк әрйә артына йәшергән оятлы гәзитте иҫенә төшөрҙө. «Урынындамы икән?» – тигәндәй ул хатта шул яҡҡа ынтыла бирҙе лә, ҡул һелтәп: «Әле башта гәзит ҡайғыһымы ни?!» – тип һөйләнә-һөйләнә ишек тотҡаһына үрелде.

Өйгә кергәс тә Сабит, өҙөлгән уйҙарын ялғап, тәүге һорауын яңынан ҡабатланы: «Тик ҡайҙан табырға?» Хәмер үҙенекен итә, күрәһең. Хәҙер йорт хужаһының ошо теләген туҡтатыр көс юҡ, шикелле, донъяла. Баҫҡан ерендә тороп сыҙар әмәле ҡалмағас, ул түҙеменә тамсы булып тамыр һуңғы ҡарарға килде: «Кемдер бит будканың өс таҡтаһын ҡайырып алған, ә мин шунан кәмме ни? Кәм түгел. Барам да бер юлы уның алты таҡтаһын ҡайырып алып, теге саҡтағыса ҡомһоҙ Шәрифтең ихатаһына ырғытам. Өсөһө менән бурысты түләйем, ә ҡалған өсөһөнә араҡы һорайым. Башҡа сара юҡ».

....Айнур күҙәткән Сабит тау башына менеп китте лә оҙаҡламай, кемдәндер ҡасҡандай ашығып, кире килеп төштө. Шул арала Айнур уның: «Тот ҡапсығыңды!» – тип йән асыуы менән әйткән һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалды.

Аяҡ тауыштары алыҫайғас, ул да, йәшеренгән еренән сығып, һил төнгә ҡолаҡ һалды. Шул ваҡыт ни өсөндөр күк тә тәпәшәйеп, йондоҙҙар ҙа ҡул һонорлоҡ яҡынлыҡта ғына йымылдағандай тойолдо уға. «Был ни хәл?» – тигәндәй егет, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ҡалҡыуыраҡ урынға күтәрелеп, тирә-яҡты байҡаны. Ысынлап та, донъя тарайған һымаҡ. Ауыл өҫтөнә ауырҙай булып һерәйгән Уҡсаптырған ҡаяһының да әле ул күҙгә күренеп кесерәйеүенә иғтибар итте.

Күңелендә ҡайнаған уйҙар тәьҫирендә Айнур үҙе лә торған һайын ергә нығыраҡ һеңә, ә йәне бейеккә оса. Ошо бейеклектән ул Эльза менән Әмир ултырған тауҙы тиҙерәк күҙәтеү аҫтына алмаҡсы. «Көнләшәһеңме?» – тип үсектерергә теләй уны уйнашсы ҡатын йөҙөнә оҡшаған нәмәкәй. Ныҡлабыраҡ ҡараһа, йөҙ тигәне Ҡатыралда бәүелеп йөҙгән ай икән дә! «Юҡ!» – тигән ҡәтғи бер һүҙ менән аҡланырға кәрәк тә бит уға. Ә ул көсһөҙ. Ошо торошона уның, ярай әле, ҡапыл ғына иҫеп ҡуйған ел дә көс биреп, егетте элекке хәленә ҡайтарҙы.

Өйҙә лә Айнур баҫлығып уяна-уяна йоҡланы, әллә ниндәй урыҡ-һурыҡ төштәр күрҙе. Бер ҡараһаң, ул Чечнялағы яуҙаштары менән әле үҙҙәре туҡталҡа төҙөгән тау башында йөрөп ята. Араларында Бәхетйән менән Сергей ҙа бар. Бәхетйән уны ҡул болғап саҡыра: «Һөйөнсө, ана, Роза һиңә сәскәләр килтерә!» Айнур аптырай: «Ниндәй Роза? Чечен ҡыҙы Розамы? Ул бит үҙ илендә ҡалды!» Ҡаҙаҡ егете бармаҡ янай: «Шаяртма!» Шул саҡ Айнур ҡаршыһында Таңсулпан пәйҙә була ла: «Ҡайһылай оҙаҡ көттөм мин һине, барыбер көтөп алдым», – тип уға сәскәләр шәлкеме һона...

Икенсе ҡараһаң, Айнур үҙе баштарына йәшел таҫма бәйләгән боевиктар менән мәж килә. Бындай ихлас аралашыу Сергейға оҡшап етмәй, күрәһең. Ул Айнурға аҡыра: «Хыянат! Быларҙы ҡырырға ғына кәрәк!» Автоматына үрелгән хеҙмәттәшен Айнур: «Быға тиклем ҡырылғаны ла баштан ашҡан, яуызлыҡты бары тик яуызлыҡ тыуҙыра, аңлайһыңмы?» – тип уны тынысландырырға тырыша. Уларҙың ҡыланышына иҫе киткән йәш кенә боевик Айнурҙан һорап ҡуя: «Ниңә кафырҙар беҙҙе күрә алмай? Беҙ бит бер ваҡытта ла кеше илен баҫып, унан ҡол яһап, ерле халыҡты мыҫҡыл итеп йәшәмәнек. Юҡҡамы ни беҙ, чечендар, өйөбөҙгә килгән сит кешене лә «Марша вогийла!»* тип ҡаршылап, оҙатҡанда уға «Марша войл!»** тигән теләк теләйбеҙ». Яуап урынына Айнур бөтөнләй башҡа юҫыҡта һүҙ башлай, йәнәһе, боронғо башҡорттар ҙа бүрегә табынған. «Беҙҙең дә тотем – бүре! Бүрегә табыныусы барлыҡ халыҡтарға – азатлыҡ!» – тип теге егет тә уң ҡулын юғары күтәрә...

Өсөнсө ҡараһаң, рота командиры Алексин уға урамдан ҡысҡыра: «Ҡара әле, Айнур, ниндәй матур күренеш!» Ысынлап та, һоҡланғыс тамаша: урам буйлап һомғол һынын төҙ тотоп, милли күлдәктә йәш әсә кескәй улын етәкләп атлай. Егеттең иҫе китә. «Беләһеңме, – тип өндәшә уға Алексин, – был үҙе үк йәшәүҙең үлемдән көслөрәк, мәңгелек булыуын иҫбатлай...

...«Ниңәлер, улым, бөгөн тыныс йоҡламаның, әллә сирләйһеңме?» – тигән һүҙҙәр менән әсәһенең еңелсә ҡағылыуынан Айнур тертләп уянды, ләкин күҙҙәрен асманы, әйтерһең, ул әле генә күргән төшөнөң ҡапыл томан һымаҡ таралыуынан ҡурҡты. Әммә Ғилман исемен ишетеү уға йәйелеп ятырға ирек бирмәне.

– Эйе, эйе, Ғилман ағайың килгән һиңә, ҡапҡа төбөндә көтә, – тип ашыҡтырҙы уны әсәһе, тәҙрә пәрҙәһен асып.

Кейенгән арала Айнур, тышҡа күҙ һалып, башта: «Әллә ҡояш та сыҡмаған инде, – тип аптырабыраҡ ҡалды. Аҙаҡ, стеналағы сәғәт аша ваҡытты белгәс, көндөң болотло тороуын самалап, ҡасандан бирле ауылдаштары теленән төшмәгән бер үк һүҙҙәрҙе ул да ихлас ҡабатланы:

– Әллә ямғыр яумаҡсымы?

Ғилман Айнурҙы һалҡын ҡаршыланы. Хәйер, егет күрешергә ҡулын һуҙғанда уҡ уның ҡуйы ҡаштарының бер-береһенә ҡушылып, маңлайында йөнтәҫ һыҙыҡ барлыҡҡа килеүен шәйләгәйне.

– Ана, ҡара, һалдат, беҙ төҙөгән будканан елдәр иҫкән!

Балта оҫтаһының ишара яһаған ҡулына эйәреп Айнур ҡарашын тау башына борҙо ла, арҡыс-торҡос һерәйеп торған таяуҙарҙы күреп, үҙе лә һиҙмәҫтән һыҙғырып ебәрҙе.

– Тешһеҙ ҙә һыҙғырырлыҡ ҡәбәхәт эш эшләнгән шул...

Ғилмандың теләктәшлек йөҙөнән әйткән һүҙҙәрен егет иғтибарға алманы. Уны хәҙер бер генә уй борсой: «Төнгө һунар» хаҡында хәбәр итергәме?» Икеләнеүе лә юҡҡа түгел. Мәсхәрәһе ни тора?! Ана шуға ла Айнур күңеленең ҡайһы ерендәлер йәшеренгән «ярамай» тигән эске тыйыуға буйһонорға булды. Шул арала утъяҡҡыстан әсәһенең иркә тауышы ишетелде:

– Улым, Ғилман ағайың менән сәй эсергә инегеҙ!

Шундай саҡырыуҙы ғына көткәндәй, балта оҫтаһы ашығып ҡапҡа тотҡаһына үрелде.

– Рәхмәт, юл ыңғай былай ғына һуғылдым, йән әрней бит, – тине ул, сығып барышлай. Әммә бер-ике аҙым атлағандан һуң ул кире боролдо. – Һалдат, хәтерләйһеңдер, Әмир тау башын теге ваҡытта нисегерәк атағайны әле?

– Туҡталҡа.

– Туҡталҡа? Туҡталыш була инде. Йәтеш исем. Сағыштырып әйткәндә, беҙ үҙебеҙ ҙә халҡыбыҙ менән һаман ана шундай туҡталҡала тик торабыҙ һымаҡ. Алға китеш юҡ, бер урында тапанабыҙ.

Баш ҡағып Айнур яңынан тау башына күҙ йүгертте лә әсәһенең кисә: «Будкағыҙ ауылдан шырпы ҡабылай ғына булып күренеп ултыра», – тип әйткән һоҡланыу һүҙҙәрен ҡабат иҫкә алды. Хәҙер егет үҙен дә ғәйепле кеше кеүек хис итә. Ошо кисерештәренә ярашлы ул, ауыр уфтанып: «Ҡарауылда оҙағыраҡ торорға ғашиҡтар ҡамасауланы шул», тип, кемдәндер яҡлау эҙләгәндәй, тирә-яғына туҡтауһыҙ әйләнеп ҡараны.

Ә Уҡсаптырған ҡаяһы өҫтөнә ҡара болоттар ағыла. Дөрөҫөрәге, офоҡтоң әллә ниндәй тарафтарында аҙашып йөрөгән болоттар, бергә уҡмашып, тамам ҡуйырып килә. Дауыллап иҫкән ел ыңғайына улар һабын күбеге кеүек артҡандан-арта бара – күләгәләре ҡаплаған ерҙә иһә туҙан өйөмдәре хас диңгеҙ тулҡындары булын урман-тауҙар аша алыҫ-алыҫтарға тарала...

Әммә Айнур әле тәбиғәттә күнәкләп ямғыр яуыр алдынан йыш ҡабатлана торған «пәрей туйын» тойор хәлдә түгел. Хәйер, тойғанда ла нимә эшләй ала инде?!

 

2001 – 2004 йылдар

 

 

* Азат булып ин!

** Азат булып йөрө!

Автор:
Читайте нас