

2 май, 1955 йыл
Надя шат, бәхетле, матур! Тик минең ҡарарға ышанып етмәй. Мин бәхетле! Киләсәк, бөтә киләсәк алда! Беҙ яҡшы йәшәргә тейешбеҙ. Мин уны бәхетле итәсәгемә ышанам.
Тәүҙә ауыр буласаҡ. Мин еңел йәшәй белмәйем. Китаптарымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ. Гол как сокол! Ләкин баш иҫән булһын. Мин эшләргә яратам. Надяны яратам. Башым, йөрәгем, сәләмәтлегем бар. Юлым еңел түгел. Ләкин ул Надяны ҡурҡытмай. Ул иң яҡын дуҫым буласаҡ минең.
Рәми Ғарипов ҡатыны Надя менән 1955 йылдың 1-се майында төшкән фото. Тап ошо көндә ул Надяһына өйәләнергә тигән ҡарарға килә. Был хаҡта 1-се май яҙылған көндәлегендә уҡырға була.
Фото БР Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынған.