Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
16 Август 2023, 16:00

Шатунов үпкәләмәҫ әле

Сентябрь баштарында Ермолаевола Ю. Шатунов иҫтәлегенә дискотека-концерт буламы?

Шатунов үпкәләмәҫ әлеШатунов үпкәләмәҫ әле
Шатунов үпкәләмәҫ әле

Был хаҡта Көйөргәҙенең "Юшатыр" гәзите яҙа. Былтыр, юғиһә, Шотт паркында зыҡ ҡупҡайныҡ. Һәр артист мәрхүм йырсының ниндәй ҙә булһа йырын йырлап күрһәтте, килгән халыҡ бейене....
Быйыл да ҡайһы берәүҙәр дәрт иткән - үткәрәйек тағын!
Сентябрҙең 8-е, мәҫәлән. Шунда уҡ күптәр ҡаршы төшкән - байрамдан баш сыҡмай, тын алырға ла ирек юҡ, етеп торор әлегә. Байрам итер ваҡытмы, хәлдәрҙе үҙегеҙ күрәһегеҙ... сүп өҫтөнә сүмәлә: 10 сентбярҙә һайлауҙар ҙа баһа, ябай ғына сара түгел... Концертты үткәрмәгәндән, Шатунов үпкәләмәҫ әле...

Парк үҙе лә был айҙарҙа, башҡа ваҡыттағына ҡарағанда, бойоғораҡ күренә, мине борсомағыҙ тигән кеүек. Ҡысҡырыу-көлөү тауыштарын яратмаҫ, үҙ итмәҫ төҫлө. Ул да, беҙҙең кеүек, әллә ҡасандан бирле тыныслыҡ көтә. 

 

Чтобы попрощаться с летом
Мы пришли в холодный парк
До свиданья лето, мы тебя благодарим.

Озеро и лес одеты в белый и холодный пар
И осени дым, и осени дым,
И осени дым.

Фотоларҙа: былтырғы концерттан күренештәр. 

 

Автор:
Читайте нас