

“Әйтегеҙсе, ромашкалар”, “Моңдар ҡайтһын ауылға”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ” кеүек йырҙарҙы бөгөн белмәгән кеше бармы икән?! Билдәле шағир Рәмил Сурағол һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡ күңелендә урын алып, байтаҡ йылдар инде сәхнәләрҙән, радио, телевидениенан яңғырай. Ҡотлауҙар тапшырыуҙарында яҡындарына бүләк юллаусыларҙың да тап Рәмил Сурағолдоң ижадына өҫтөнлөк биреүе сер түгел. Форсаттан файҙаланып, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рәмил ағай, һеҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы. Тыуған яғығыҙҙа һеҙҙең исемде йөрөткән ике урам да бар икән. Дан сире йоҡманымы?
— Миңә дан бик иртә килде. Мәктәп йылдарынан уҡ. Мул булып килде, шуға ла миңә шул осорҙа уҡ “дан сире”нә ҡаршы прививка эшләнгән. Дан сире менән сирләмәнем һәм сирләмәйәсәкмен дә, Алла бирһә.
— Бөтәһен дә борсоған туған тел темаһына киләйек әле. Был йәһәттән һеҙҙең фекерҙәр?
— Минеңсә, туған тел ата-әсә ғаризаһы буйынса түгел, ә граждандарҙың конституцион хоҡуғы нигеҙендә уҡытылырға тейеш. Һәр халыҡ үҙе күпләп йәшәгән төбәктә туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Ә инде беҙ, ата-әсәләр, ҡала ерендә балаларыбыҙ менән туған телдә һөйләшергә тейешбеҙ. Минең улым Рүзәл, ҡыҙым Розалина милли балалар баҡсаһында тәрбиәләнде, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһын тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт университеттарын тамамланы. Береһе — программист, икенсеһе — юрист. Ҡыҙым “Туған тел” телеканалында алып барыусы, йырсы булырға ла тырышлығы һәм таланты бар.
— Руслан Белыйҙың Салауат Юлаевты бандит тип әйтеүенә ҡарашығыҙ нисек?
— Демократия тигән булып бындай тәртипһеҙлеккә юл асыу — аҡылһыҙлыҡ. Был Рәсәйҙә көсөргәнешлек тыуҙыра. Беҙҙең юристарыбыҙ етерлек. Урыҫ әйтмешләй, “За базар надо отвечать”. Бындай провокацияларға берҙәм булып үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп ҡуяйыҡ.
Австралиянан, Ҡытайҙан, Финляндиянан ҡайтҡан милләттәштәребеҙҙең сатнатып туған телдә һөйләшеүе күңелде күтәрә.
— Үҙ ваҡытында “Башҡортостан” гәзитендә атайығыҙ эшләп киткән икән.
— 50-се йылдарҙа атайым “Башҡортостан”да эшләне. Уның ике туған ағаһы Рәхмәтулла Сурағолов — “Кызыл таң” гәзитен ойоштороусыларҙың береһе. Ул Мәскәүҙә “Ведомости Верховного Совета СССР” гәзитенең үзбәк бағанаһы мөхәррире булған. Башҡорт һәм татар яҙыусылары әҫәрҙәрен — үзбәксәгә, үзбәктәрҙе беҙҙең телдәргә тәржемә иткән. Танылған илсе, ҡыҙыл паша — Кәрим Хәкимов менән дипломатик хеҙмәттә булған, күп телдәрҙә һөйләшкән. Атайым Мотаһар Сәйфулла улы ғалим ине. Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡытты, күп райондарҙа сит телдәр уҡытыусыһы, мәктәп директоры булды.
— Ижадығыҙға ла туҡталып китәйек әле...
— Сирек быуат эсендә 25 шиғри йыйынтыҡ сығарғанмын. Композиторҙар Ризуан Хәкимов, Роберт Тимербаев, Рәшит Аҡъегет, Илгиз Закиров, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Эльвира Хәмәтнуровалар менән меңдән ашыу йыр яҙғанмын.
— Һеҙ “Сурағол (“Чурагол”) нәшриәт йортон ойоштороп китаптар ҙа нәшерләйһегеҙ икән...
— Беҙҙә таланттар күп. Шағирҙарҙың, композиторҙар, тарихсыларҙың китаптарын нәшер итәм. Рауил Бикбаев, Рәшит Сабит, Әсхәр Кәшфуллин, Миҙхәт Әбделмәновтың китаптары ла булды улар араһында.
Венер ИСХАҠОВ.
Фото: Бәйләнештә