+21 °С
Болотло


Кисә Иглин районы Охлебинино ауылында билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса "Беҙҙе ҡалдырма" тулы метражлы нәфис фильм төшөрөлә башланы. Фильмдың режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Әҫәрҙә төп герой Ильясты Ғафури районы Толпар ауылынан Ансар Шәйәхмәтов башҡара. "Әҙерлек шаҡтай оҙаҡ барҙы, Ильясты уйнарҙай малайҙарҙы эҙләү генә ярты йыл самаһы дауам итте, һөҙөмтәлә Ансарҙа туҡталдыҡ. Үҫмер ҙә киноға төшөү өсөн етди ҡараны, ике ай буйы сәсен киҫтермәне, - ти Айгиз Баймөхәмәтов.
Фото: Венер ИСХАҠОВ.