Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Август 2023, 04:05

Бөгөн - Һөйгәнеңде ҡосаҡлау көнө

Яратҡан кешегеҙгә башҡаларҙы ҡосаҡлауҙы тыймағыҙ, тиҙәр.

Бөгөн  - Һөйгәнеңде ҡосаҡлау көнөБөгөн  - Һөйгәнеңде ҡосаҡлау көнө
Бөгөн - Һөйгәнеңде ҡосаҡлау көнө

Ҡосаҡлашыу файҙалы, ти табиптар. Һине кемдер ҡосаҡлаһа, тынысланаһың, ҡурҡыуын да бөтә, имеш. Ҡан баҫымы нормаға килә, иммунитет нығый, нервы системаһы эше көйләнә.

Тик ҡосаҡлауҙың файҙаһы булһын өсөн кәмендә 20 секунд торорға, ти. Ысынмылыр-бушмылыр, донъяла 31 сәғәт буйы ҡосаҡлашып тороп рекорд ҡуйыусылар бар. Тағы берәү бер тәүлектә 7777 кешене ҡосаҡлаған. Канадала 2010 йылда төркөмләшеп ҡосаҡлашыуҙа иһә 10 554 пар ҡатнашҡан...

Ҡосаҡлауға бәйле бер нисә ҡағиҙә лә бар. Беренсенән, ихлас күңелдән ҡосаҡларға кәрәк. Икенсенән, таныш булмаған кеше һеҙҙе ҡосаҡлаһа, уға асыуланмаҫҡа. Өсөнсөнән, яратҡан кешегеҙгә башҡаларҙы ҡосаҡлауҙы тыймағыҙ.

Фото: психиатр27.рф

Автор:
Читайте нас