

-Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында "Ауыл оҫталарына" исемле һәйкәл барлыҡҡа килгән.
Ауылға ингән ерҙә урынлашҡан был арт-объект, ошо ауыл егете - Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар - Дим Тулыбаев көсө менән Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Постаментҡа ҡуйылған мини трактор - Тулыбаев Ғәйнетдин Ғилмитдин улы мәрхүмдең үҙ ҡулы менән эшләгән техникаһы. Һәйкәлдең төп идеяһы - ауылда йәшәп хәҙер инде гүр эйәләре булған, һәм әлеге ваҡытта йәшәгән оҫта ҡуллы ауылдаштар хөрмәтенә бағышлау һәм ауылдың тағын бер иҫтәлекле урынын булдырыу.
Ғөмүмән, заман һынауҙары алдында бирешмәгән, бөтә эшлекле ауыл кешеләре хөрмәтенә был һәйкәл, - ти ауыл халҡы.
Киләсәктә һәйкәлде һәм уның тирә яғын тәртипкә килтереү ниәтләнә. Әйткәндәй, был эште тормошҡа ашырған якташыбыҙ, Дим Тулыбаев - уңышлы эшҡыуар, халыҡ -ара спорт мастеры. Рәсәйҙең күп ҡалаларында һәм шул иҫәптән Донецк халыҡ республикаһы Мариуполь ҡалаһында төҙөлөш-монтажлау эштәре алып бара. Тормош иптәше Зилиә - Аҡнаҙар ауылынан. Уларҙың ғаиләһенә һәм һәйкәлде эшләүсе Ғәлиәхмәт егеттәре - Илдус Ибраһимовҡа һәм Таһир Низамовҡа рәхмәт белдерә ауыл халҡы,--тип яҙалар Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәрендә.
Резеда ВӘЛИЕВА.
Сығанаҡ: "Атайсал"