Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
27 Август 2023, 04:25

Мәңгелек моң ҡалдырҙы

Был йырҙар һеҙгә оҡшаймы? 

Мәңгелек моң ҡалдырҙыМәңгелек моң ҡалдырҙы
Мәңгелек моң ҡалдырҙы

 

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы (27 август 1915 йыл — 30 июль 1992 йыл) — йырсы-тенор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы 1915 йылдың 27 авгусында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ улусының (хәҙер Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Тләкәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

  • 1933—1936 йылдарҙа Ҡазансәнғәт техникумының вокал бүлегендә уҡый.
  • 1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәүдәүләт консерваторияһының башҡорт студияһын Н. Н. Сперанский һәм М. В. Владимирова класында уҡып тамамлай.
  • 1941—1967 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрындасолист булып эшләй. Был йылдарҙа ул П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында Ленский, А. П. Бородиндың «Князь Игорь» операһында Владимир Игоревич, Дж. Вердинҙың «Травиата» операһында Альфред, З.Ғ. Исмәғилевтың «Шәүрә» операһында Аҡмырҙа партияларын башҡара. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡарып тыңлаусыларҙың мөхәббәтен яулай.
  • 1960—1964 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры директоры була.
  • 1967—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһыдиректоры булып эшләй. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡара, Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
  • 1959 йылда«Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була.
  • 1976 йылдауға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә.

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы 1992 йылдың 30 июлендә вафат була һәм Өфө ҡалаһының Көньяҡ(мосолман) зыяратында ерләнә.

Башҡортса Википедиянан. 

 

Фото: m.soundcloud.com

 

Автор:
Читайте нас