+21 °С
Болотло


Баймаҡ егете, әле Ишембай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәфис Ишбаев "Ретро-шлягер" вокал конкурсында төп призға - Лада-гранта автомобиленә лайыҡ булған. Был бәйге Ишембай ҡалаһының юбилейы айҡанлы ойошторолған. Уға төп бүләкте - Лада Гранта автомобиле асҡысын Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов тапшырған.
Рәфис Ишбаев - бик тә талантлы, республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләрендә еңеү яулаған, үҙенсәлекле ижады менән халыҡ һөйөүен яулаған йырсы.
Афарин, Рәфис!
"Башҡортостан" гәзите