+21 °С
Болотло


Уңған кеше уңған инде! Өлгөрмәгән ере юҡ! Көйөргәҙе районында йәшәгән Гөлназ Әҙеһәмова хаҡында әйтеүем. Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән ханым әҙәбиәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ. Сәйәхәт итергә ярата, хатта Өфөлә үткән әҙәбиәт, матбуғат кисәләренә әллә ҡайҙағы Көйөргәҙенән килеп етә. Йәнә Гөлназ тәржемә итергә ярата. Һуңғы ваҡытта башҡорт, татар әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә ауҙара ул. Был көндәрҙә уңғанбикә тәбиғәт күстәнәсен йыйып ҡалырға ашыға. "Тәбиғәтебеҙ бигерәк йомарт, бары йыбанмаҫҡа ғына кәрәк", - ти Гөлназ.
Фото: Бәйләнештә