

Таш-Аҫты ауылы янында үткән был өмә барышында Еҙем аша һалынған аҫылмалы күпер тирәһендәге генә түгел, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдең һәм “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексының тирә-яғы ла төрлө сүп-сарҙан, көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартылды, туристар күпләп ял иткән яр буйҙарынан да сүп йыйылды.
Өмәлә “Еҙем” тәбиғәт паркы методисы Ирина Вафина, Красноусолдан уҡыусы Эвелина Ипатова һәм Имәндәш мәктәбе уҡыусылары Евгения Коллеганова, Екатерина Коллеганова, Сәлимә Сәйфуллина, Айгөл Әлмөхәмәтова, Алиса Шәмсетдинова, Айсыуаҡ Шәмсетдинов, Илмир Ғәзизов, уларҙың етәксеһе, биология уҡытыусыһы Ришат Жәлил улы Мәһәҙиев ҡатнашты. Өмәселәр төркөмөн медик-ирекмән Аделина Вафина оҙатып йөрөнө.
Сүп-сар араһында ашамлыҡ ҡаптары өҫтөнлөк итеүенә иғтибар итте өмәселәр. Улар буйынса, хатта, туристарҙың туҡланыу рационы хаҡында фекер йөрөтөргә була. Ҡаптар араһында туңдырманың бөтә төрҙәре, чипсылар, “Белочка” көнбағышы бик күп. Пластик һәм быяла шешәләр күпләп ташланған, ватылғандары ла бихисап. Һыу ситенән бик күп полиэтилен тоҡсайҙар йыйҙыҡ. Быныһы инде туристарҙың үҙҙәре менән алып килгән йәшелсә-емеште яр ситенә килтереп йыуып, бушаған тоҡсай-ҡаптарҙы шунда уҡ ҡалдырып китеүен күрһәтә.
Бынан алда үткәрелгән өмәлә Республика экобиоүҙәгенә йөрөүсе балалар ҡатнашҡайны. Унда ла йыйылған сүптә Таш-Аҫты ауылы күпере эргәһендәге магазинда һатылған барлыҡ аҙыҡ-түлек ассортиментын күрергә була ине. Шуныһы күңелде йылытты: барлыҡ сүп-сарын Еҙем буйына ташлап китеүселәрҙән айырмалы, үҙ артынан да, башҡаларҙан һуң да йыйыштырып китеүселәр ҙә осрай. Еҙемгә ағып төшкән инеш яғында беҙҙең өмәсе йәштәребеҙгә Стәрлетамаҡтан килгән Альберт исемле турист сүп йыйышты, тоҡтарҙы бакка илтеп һалырға ярҙам итте.
Шулай итеп, беҙҙең команда ҙур ғына биләмәне көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартып, Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәтенә тос ярҙам күрһәтте.
Өмәбеҙ бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Акцияла ҡатнашҡан һәр кем иҫтәлекле бүләктәр һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы начальнигы Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин ҡултамғаһы менән сертификаттар алды.
Ирина ВАФИНА,
“Еҙем” тәбиғәт паркы
методисы.
"Табын" гәзитенән.