Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2023, 15:25

Миләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенә

"Ошондай мәлдәрен кем нисек кисерҙе? Әйҙәгеҙ, тәжрибә бүлешәйек", - тип яҙа ул. Ысынлап та, һеҙ нимә әйтерһегеҙ? 

Миләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенәМиләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенә
Миләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенә

Билдәле яҙыусы, блогер, ҡыйыу фекерле Миләүшә Ҡаһарманованың һуңғы арала юғалыбыраҡ тороуын тойғанһығыҙҙыр, моғайын.Бының сәбәбен ул былай аңлата.

"Һуңғы дүрт-биш ай маҡсатлы йәшәп һәм эшләп, шул мәшәҡәттәрҙе атҡарып сығарғас, ҡапыл ҡул да, күңел дә бушап ҡалған һымаҡ булды. Йәндә ҡәнәғәтлек бар барлыҡҡа, әммә синдром опустевшего гнезда үҙенекен итә. Төпсөк ҡыҙымды баймаҡтарға килен итеп тапшырып ҡайттым (дан ғаиләгә!). Әлбиттә, боронғо заман түгел. Хатта беҙҙең йәш саҡтағы транспортһыҙ мәлдәр ҙә түгел. Балалар ҡалала, теләгән һәм бушаған саҡтарында “ялп” итеп инеп сыға, үҙем барып төшәм һ.б. Тик былар барыһы ла икенсерәк һәм башҡараҡ))) Бына шуны тойоу эмоциональный дисбаланс тыуҙыра миндә. Яңы йәшәү тәртибенә күсеү һәм барыһын да нисек бар шулай ҡабул итеү. Эштән бушаған мәл һирәк кеүек, ижад та баштан аяҡ ябып һалған, дуҫтар ҙа бар, туғандар ҙа яуып тора, Аллаға шөкөр... әммә...ләкин... көҙгө хандраға әлеге синдром ҡушыла ла, ваҡытында балаларға етерлек иғтибар биргәнменме, эске донъяларын аңлай алғанмынмы, яратып еткергәнменме икән, тигәнерәк икеле-микеле уйҙар тыуҙыра...

Уҡыусыларымдан ғәфү үтенәм. Һүлпәнәйттем төркөмдө. Төрлө хаттар алам: постар, хикәйәләр көтәләр, талап итәләр. Булыр. Аҙыраҡ ҡына ваҡыт бирегеҙ миңә. Вис булыр.

Ошондай мәлдәрен кем нисек кисерҙе? Әйҙәгеҙ, тәжрибә бүлешәйек.

Фото: Бәйләнештә.

Миләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенә
Миләүшә Ҡаһарманова ғәфү үтенә
Автор:
Читайте нас