

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры:
"4-се октябрҙә театрыбыҙ 104-се ижад миҙгелен “Килен” (З. Мусина) драмаһы менән асасаҡ. Режиссёры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов.
Ошо айҡанлы иғлан иткән “Килен менән ҡәйнә” рубрикаһын үҙенең хәтирәләре менән Ғафури районы Имәнлек ауылы килене, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡова дауам итә.
✍“Ҡәйнәм менән тәүге осрашыу килен әйттерергә (һоратырға) килгән мәлдә булды. Беҙ күп балалы ғаиләлә үҫтек һәм килгән ҡунаҡтарҙы бергәләшеп ҡапҡа төбәнә үк сығып ҡаршы алыу ғәҙәти күренеш ине. “Килделәр!” тигәс тә барыбыҙ ҙа урамға йүгерҙек, мин дә туғандарым артынан сыҡтым. Килгән ҡунаҡтар, ҡәйнәм менән дә ҡул биреп күрештем. Бәлки әҙәп һаҡлап, тыйнаҡлы булып өйҙә ултырып ҡалырға ла кәрәк булғандыр. Тик һуңынан миңә “Сығып ҡаршы алыуы, килеп күрешеүе бик матур күренеш. Маладис,”- тип ҡәйнәмдең һүҙҙәрен еткерҙеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәйнәм минең ошо алымымды үҙ итеп, яҡшы күреп, тәрбиәле килен тип ҡабул иткән инде.
Беҙҙең Ғафури яҡтарында әсәйҙәрҙе - инәй тип әйтәләр, туй мәжлесендә үк ҡәйнәмә - инәй тип өндәшәм, тип һүҙ бирҙем һәм бөгөнгәсә шулай тип өндәшәм. Тик кешеләргә уның хаҡта һөйләгәндә генә "ҡәйнәм" тип һөйләйем, буталыш китмәһен, аңлаһындар өсөн.
Ҡәйнәм – Суфиянова Гәүһәр Әхмәт ҡыҙы. Гәүһәр – иң ҡиммәтле таш исеме. Ҡәйнәмдең исеме есеменә тап килеп тора, сөнки минең өсөн ул ысынлап та иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе. Ни өсөн? Әлбиттә, миңә ҡарата булған йылы мөнәсәбәттәре өсөн. Беҙҙең килен-ҡәйнә булып йәшәүебеҙгә 29 йыл, Аллаға Шөкөр! Ошо 29 йыл эсендә ҡәйнәмдең ышанысына тулыһынса индем тип әйтә алам. Сөнки ҡәйнәм миңә донъяһын тулы ышаныс менән ҡалдырып китә. Әммә йорт-ҡура тирәһендә, өй эсендә бар эштәрҙе уның кеүек башҡарырға тырышам.
Ғүмер буйы колхоз эшендә эшләгәс, ҡәйнәмдең олоғая килә аяҡ-ҡулдары һыҙлаштырғас уны бер мәл оҙаҡҡа ғына шифаханаға ял итергә ебәрҙек. Тормош иптәшем Илгиз командировкала, ә мин ауылда үҙем генә донъя көтөп ҡалдым. Иртәнсәк һыйырҙы һауып, көтөү ҡыуырға йоҡлап ҡалмайым тип, хатта төнө буйы йоҡламай инем. Кемдеке, шуныҡы оятҡа ҡалғы килмәй ине. Ҡәйнәмдәрҙең ауылында көтөү ҡыуыуҙың да үҙ тәртибе бар. Бына шул эштәрҙе лә еренә еткереп атҡарып сығырға кәрәк. Тәүҙә һарыҡтарҙы ҡыуаһың, һуңынан һыйырҙарҙы тиҙ генә һауып сығарып ебәрәһең, һөт һыуынмаҫ борон тиҙләп сипараттан айыртаһың, һуңынан һауыт-һабаһын йыуып, урам алдын һепереп, таҙартып бөткәс кенә инеп бер-аҙ ятып ял итергә мөмкин. Ҡәйнәм был эштәрҙе иртәнге 8-гә тамамлап ҡуя. Мин дә тырышам бит инде. Барыһын да барлағас, өйгә инеп иң тәүҙә сәғәткә ҡарайым да, уф, өлгөрҙөм, ҡәйнәмдекесә булды шикелле, тип күңелемде тынысландырам (көлә). Әммә ошо хәлде иҫкә алып, яңыраҡ ҡәйнәмдең юбилейын үткәргәндә әйтеп һалдым: “Бер аҙнаға түҙҙем, әммә ҡалғанын һеҙҙең кеүек түҙмәҫ инем” тип (көлә).
Ҡәйнәм мине, ниндәйҙер кимәлдә, тормош мәктәбенә өйрәтте тип әйтә алам.
Ауылдарҙа йорт хужабикәһе һәр саҡ самауыр төбөндә ултыра – сәй яһай. Ә мине килен булып төшкәс тә үк ҡәйнәм “Килен, хәҙер был һинең урының”, тип самауыр төбөн миңә тапшырҙы. Әле ҡайтһам да минең урыным шунда. Күрәһең, берәй төрлө хыялы ла булғандыр, киленем ҡулынан сәй эсеп ултырырға тигән. Шулай уҡ мин ауылда саҡта ҡәйнәм аш-һыу бүлмәһенә һис тә ҡағылмай. Унда мин хужа. Әммә унда ла мин тап ҡәйнәм эшләгәнсә эшләргә тырышам. Бер ваҡытта ла ул миңә, улай эшләмә, былай эшлә, ашҡа тоҙ һалдыңмы, тегене былай иттеңме, тип һорашмай. Мин иремдең ғаиләһендә берҙән-бер килен, шуға күрә ҡайтып киткән арала ҡәйнәм миңә һаҡсыл ғына, ҡәҙерләп кенә, үҙен хужа итеп тойһон тигәнлектән дә киләлер.
Киләсәктә үҙем дә, Аллаһы бирһә, ҡәйнә буласаҡмын. Шуны яҡшы беләм – ҡәйнәмдәге бар сифаттарҙы үҙемә алып, тап уға оҡшарға тырышасаҡмын. Сөнки уның килен тәрбиәләүгә, килен йомшауға ҡарата бик һәйбәт, дөрөҫ “политикаһы” булған, тип уйлайым. Әлеге лә баяғы һәр эшкә ҡыҫылмау, килен яҡлы булыу һәм башҡалар. Йылдар үткәс шуны бик яҡшы аңланым - ғаиләләрҙәге ҡайһы бер тауыш, ғауғалар ҡәйнәнең киленгә ҡарата ҡаршы булғанлығынан килеп тыуа. Мәҫәлән, улыңды яҡлашыу һис шикһеҙ конфликтлы ситуация тыуҙыра һәм ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боҙолоуға алып килә. Ә беҙҙең ғаиләлә киреһенсе: һәйбәт ҡараш, яғымлы өндәшеү, бер нимәгә лә ҡыҫылмай, минекен генә түгел улының да хаталарын күрә белеп, әммә мин хата эшләһәм дә дөрөҫ эшләмәйһең тип түгел, ә киреһенсә дәртләндереп ебәреүсе лә ул минең ҡәйнәм. Шуға күрә, улдарым үҙ яртыларын табып, килен алып ҡайтһалар кәрәкмәгән урында ҡыҫылып ултырмаясаҡмын. Үҙҙәре ярҙам, кәңәш һорап килгәндә генә кәңәшемде бирәсәкмен.
Бөтә нәмә яратыуҙан тора. Ҡәйнәм мине үҙ итеп, нисек бар шулай ҡабул итте. Мин дә уға оҡшарға тырышып килендәремде яратып ҡабул итермен, тип уйлайым.”.
Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡованың фекере менән һеҙ ҙә килешәһегеҙме, әллә икенсерәк уйҙаһығыҙмы?
Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарҙа яҙып ҡалдырығыҙ".
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-8776450_45581