Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2023, 16:15

Һеҙҙә клуб бармы? Асыламы?

Әбйәлилдә Тупаҡ ауылында замансаға яраҡлаштырылып төҙөкләндерелгән шәп  клуб асылды.

Һеҙҙә клуб бармы? Асыламы?Һеҙҙә клуб бармы? Асыламы?
Һеҙҙә клуб бармы? Асыламы?

Әбйәлилдә Тупаҡ ауылында замансаға яраҡлаштырылып төҙөкләндерелгән шәп  клуб тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды.

1965 йылда төҙөлгән мәҙәниәт усағы ваҡыты ваҡыты менән төҙөкләндерелеп торҙо, әлбиттә. Мәҫәлән, һуңғы ауылдаштар осрашыуына әҙерлек сиктәрендә мәҙәниәт усағының тупһаһы яңыртылғайны. Шулай ҙа  бинаның эсе шыҡһыҙ, ҡотһоҙ булды, иҙән таҡталары араһында бармаҡ һыймалы тишектәр ине, тәҙрәләре булмағас зал ҡараңғы ине. Район хакимиәте менән үткән халыҡ йыйынында ла  клуб мәсьәләһе күтәрелмәй ҡалманы. Сөнки бөтә халыҡты туплап, бергә йыйыу, рухи аҙыҡ биреү, байрам саралары үткәреү, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү урыны һәр ауылда ул клуб.

Тупаҡ клубын төҙөкләндереү мәсьәләһе район етәкселәренең дә һәр саҡ күҙ уңында булды һәм быйыл улар ошо мәҙәниәт усағын  «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтланыусы объекттар исемлегенә индереүгә өлгәштеләр.

Был эшкә Тупаҡ ауылы егете Юнир Таһиров етәкләгән «Анир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тотона һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөүселәр клубты танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеүгә өлгәшкән. Элекке бинаның ни бары стеналары ғына ҡалдырылған, ҡалған өлөшө өр-яңынан эшләнгән. Клуб профлист менән көпләнгән, башы металлочерепица менән ябылған. Стеналар эстән тигеҙләнгән, түбәһе, иҙәне заманса материалдар менән эшләнгән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Сәхнә ҙурайтып, өр-яңынан эшләнгән, сәхнә шаршауҙары, тәҙрәләргә матур ҡорғандар эленгән. Яҡты, ҙур тамашасылар залына йомшаҡ ултырғыстар ултыртылған. Бинаға һыу үткәрелгән, хәҙер бында йылы һәм һыуыҡ һыу, бәҙрәф, душ бүлмәләре бар. Клуб  мөдире өсөн айырым бүлмә ҡулайлаштырылған.  Бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан ауыл китапханаһында ла шулай уҡ ремонт эштәре башҡарылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бына тигән заманса мәҙәниәт усағы хасил булған. Халыҡ араһында «музыкальный народ» тигән даны сыҡҡан тупаҡтарға шәп бүләк яһаған район етәкселеге.

Тупаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашырға Өфөнән ҡунаҡтар, район хакимиәте вәкилдәре, төҙөүселәр, күрше-тирә ауылдар халҡы йыйылды.

— Клуб — ауыл халҡын бергә йыйып, күңелдәрҙе күтәрер урын. Киләсәктә ошонда йыйылып, төрлө байрамдарҙы бергәләп билдәләргә, хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә яҙһын тупаҡтарға. Был матур мәҙәни усаҡтың йәмен ебәрмәй, һаҡсыл тотоноуығыҙҙы теләйем. Бинаны әлеге хәлгә килетереү өсөн көстәрен дә ваҡыттарын да йәлләмәй эшләүселәргә оло рәхмәт, — тине үҙенең тәбрикләү сәләмендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов һәм Һәм был эштә фиҙакәрлек күрһәткән төҙөүселәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Эште сифатлы һәм тиҙ арала башҡарыуға булышлыҡ иткән төҙөүселәр Роберт Ялалов менән Замир Насирйәнов район хакимиәтенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.  «Анир» ЯСЙ-һы етәксеһе Юнир Марсель улы республиканың мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты тапшырылды.

— Республикала мәҙәниәт усаҡтары төҙөү, булғандарын төҙөкләндереү тәңгәлендә ғәйәт ҙур эш алып барыла. Бөгөнгө көндә 22 объектта эш бара. Әбйәлилдә әле шулай уҡ Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эштәре атҡарыла. Клубтарҙы замансаға әйләндереп, уларҙың эшен йәнләндереү халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә, һаҡлауға, киләсәк быуындарға еткерергә булышлыҡ итә. Был тәңгәлдә әбйәлилдәр ихлас, әүҙем эшләгәндәрҙең береһе, — тине БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова.

— Заман талаптарына яуап биргән бына тигән клуб үҙ ишектәрен аса. Ошо мәҙәни усаҡта яңы таланттарға юл асылһын, бында килгән һәр кем күңеленә ял, илһам, рухи байлыҡ, дәрт-дарман алһын. Бинаны һаҡсыл тотоноп, мәҙәни өлкәлә район ғына түгел республикала алдынғы урындар яуларһығыҙ тигән ышаныста ҡалам. Әбйәлилдәр һынатмаҫ, — тигән изге теләктәрен юлланы «Ағинәйҙәр» республика ҡоро етәксеһе урынбаҫары, «Башбланкиздат» ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Әлибаева.

Ауыл халҡы исеменән сығыш яһаған Марсель Хамматов Тупаҡты  иғтибарҙан ҡалдырмаған район, республика етәкселегенә, шулай уҡ ремонтты ҙур күңел һалып башҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә оло рәхмәтен еткерҙе.

— Һуңғы йылдарҙа ғына ауылыбыҙҙа бөтә шарттар булдырылған  заманса мәктәп менән балалар баҡсаһы һалынды, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты  асылды, бөгөн килеп бына тигән мәҙәни усаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Бер проблема – ауылдан оло юлға тиклемге юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе ҡалды. Уны ла етәкселәр мөмкинселек тыуыу менән хәл итергә вәғәҙәләйҙәр, тимәк, юлыбыҙ ҙа булыр, — тине ул һәм үҙенең ошо уңайҙан яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар ошо клубта эшләгән Әслимә апай Заһрыева мәҙәни усаҡты төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдереп, йыр бүләк итте.

Байрам уңайынан тупаҡтарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет йырлы күстәнәстәре менән сәләмләне, уның дәртле йырҙарына ҡушылып күмәкләп бейеп тә алдылар тантанала ҡатнашыусылар. Был көндө тамашасылар шулай уҡ район мәҙәниәт йорто артистарының, «Көмөш ай» вокал, «Әхирәттәр» халыҡ фольклор, «Талисман» балалар вокаль ансамблдәренең, Михайловка мәктәбе уҡыусыларының сығыштарын да ҡарап кинәнде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Тупаҡтың дәртле ҡатын-ҡыҙҙары өҫтәл тултырып, тәмлекәстәр әҙерләп, самауыр сәйе менән һыйланы.

Рамилё Истанбаева

“Осҡон”

Автор:
Читайте нас