

"Күптән түгел, "Китап-байрам"ға килгәндә генә, "Ҡазан утлары" журналы редакторы Рөстәм Ғосман улы Ғәлиуллин минең әҫәрҙәрҙе татарса сығарырға булып киткәйне, - тип яҙа яҙыусы үңҙенең сәхифәһендә. - Беҙҙең яҡта бындай эш йылдар ағымында башҡарылғас, "ярай, шундай һүҙ әйтеүенә лә рәхмәт" тип уйланы ла ҡуйғайным. Бөгөн һөйөнсө итеп китаптың тышлығын тикшереүгә ташланылар! "Ҡазан утлары" китапханаһы серияһы эсендә "Татмедия" нәшриәте баҫа икән. 3000 тираж менән!
Әҫәрҙәремде татарсаға тәржемә иткән Фәниә Ғәбиҙуллинаға, китапты әҙерләгән "Ҡазан утлары" журналы хеҙмәткәрҙәренә һәм Рөстәм Ғәлиуллинға иң изге теләктәремде еткерәм.
Әйткәндәй, үҙебеҙҙең туған нәшриәттә лә бер китап сығып килә. Ошо араларҙа таралыр ул магазиндарға. Уныһы хаҡында донъя күргәс һүҙем булыр әле".
Фото: Бәйләнештә