НӘРГИЗӘ ФӘННҮР ҡыҙы ТАЙЫПОВА (АРАЛБАЕВА) 1993 йылда Баймаҡ районы Буранбай ауылында татыу, талантлы ғаиләлә тыуған. Атаһы кеүек, ул да йырларға ярата. Буранбай төп белем биреү мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы сәнғәт колледжына вокал бүлегенә уҡырға инә. Артабан белемен Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында вокал бүлегендә дауам итә. Әлеге ваҡытта Нәргизә академия студенты, йыш ҡына ҙур концерттарҙа сығыш яһай. Йыр һөйөүселәргә таныш өмөтлө йәш йырсы, Х.Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһы солисы, Әбйәлил районы егете Дамир Тайыпов менән ғаилә ҡороп, ҙур сәхнәне бергә биҙәйҙәр улар. Бөгөн татыу ғаиләлә ике бала үҫә.
Данлыҡлы Аралбаевтар ғаиләһенән сыҡҡан ҡыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Нәргизә йырлайһы йырҙар, ул яулайһы үрҙәр алда әле. Йәштәргә бәхетле ғаилә тормошо, уңышлы үҫеш, халыҡ һөйөүе, ижади асыштар, юғары үрҙәр теләйек. Ғүмерегеҙ матур, оҙон йыр кеүек булһын!
Фото: Бәйләнештә