

Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы һәм остаз йылы, Башҡортостан Республикаһында Фән һәм мәғариф йылы бурыстарын тормошҡа ашырыу уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡорт АССР-ының халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ишмулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәрә. Ҡатнашалар:
Азат Айытҡолов, Хөрмәтулла Үтәшев, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Рәшиҙә Туйсина, Риф Ғәбитов, Алһыу Бәхтиева , Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Зөфәр Атанғолов, Гөлназ Ғәлина, ҡурайсылар ансамбле.
Сараның режиссеры - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәт Үтәшев.
Сара 15 сентябрҙә 14.00 cәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә үтәсәк. Инеү ирекле.
Фото: Башдрам