Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2023, 06:55

Дамир Тайыпов Ҡазанды моң менән алды!

Дамир, оло еңеүең менән беҙ ҙә һине ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, малаҙис! "Шоңҡар"ҙар

Дамир Тайыпов Ҡазанды моң  менән алды!Дамир Тайыпов Ҡазанды моң  менән алды!
Дамир Тайыпов Ҡазанды моң менән алды!

Ҡазан ҡалаһында Ваһапов исемендәге фестивалдә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Тайыпов гран-при яулаған. Был хаҡта йырҙы үҙенең сәхифәһендә яҙа. "Гран-При! Ҙур, мәртәбәле конкурста ошондай ҙур урын алыуыма шатмын! Һәм, әлбиттә, конкурс етәксеһе Рифат Әхмәт улына, барлыҡ ойоштороусыларға, жюри ағзаларына, конкурсанттарға, мине ошо конкурсҡа әҙерләүсе вокал уҡытыусыларыма,  Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Илдус ҡыҙы Әсәҙуллинаға Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселегенә, Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтемде еткерәм!"

Дамир, оло еңеүең менән беҙ ҙә һине ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, малаҙис!

Фото: Бәйләнештә

Дамир Тайыпов Ҡазанды моң  менән алды!
Дамир Тайыпов Ҡазанды моң менән алды!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас