+15 °С
Болотло
Был һанда ла уҡыусыларыбыҙ мауығып уҡырҙай яҙмалар донъя күргән. Тышлыҡты Илнур Ишембаевтың фотоһүрәте биҙәй, йырсы менән йәнле әңгәмә бирелгән.
Мәғлүм булыуынса, “Асыш” конкурсы дауам итә. Был юлы Зөлфирә Таһированың “Йәрәк ярып сыҡҡан бала” хикәйәһе, Таңсулпан Рәсүлдең шиғырҙары тәҡдим ителә. Шағир Рамай Ҡаһир “Ирек һауаһы” тигән яҙмаһында башынан үткәндәр хаҡында бәйән итә. Гөлназ Ҡотоеваның “Үткәндәргә юлдар ябыҡ” хикәйәһе лә уҡымлы тел менән яҙылған.
10 - 12 октябрҙә Минскиҙа башҡорт әҙәбиәте көндәре үтәсәк. Унда республикабыҙҙан бер төркөм яҙыусылар ҡатнаша. Ошо айҡанлы был һанда белорус яҙыусыларының әҫәрҙәре бирелә.