Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2023, 04:05

1848 йылда был көндө беренсе һағыҙ эшләнә.

Ауыҙ тултырып, шапылдатып һағыҙ сәйнәп йөрөгән кешеләр бар. Һеҙ һағыҙ сәйнәйһегеҙме?

1848 йылда был көндө беренсе һағыҙ эшләнә.1848 йылда был көндө беренсе һағыҙ эшләнә.
1848 йылда был көндө беренсе һағыҙ эшләнә.

Телереклама, медицина күҙлегенән ҡарағанда, имеш, һағыҙ – ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы сараһы, ул беҙҙе кариестан ҡотҡара. Әлбиттә, шайыҡ бүлеп сығарыуға ярҙам итә, ашағандан һуң ауыҙ
ҡыуышлығындағы кислотаны нормаль хәлгә килтерә, теш араһындағы аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын таҙартырға ярҙам итә. Белгестәр фекеренсә, һағыҙ сәйнәгәнсе, ашағандан һуң, ауыҙҙы һыу менән сайҡатһаң, күпкә яҡшыраҡ. Өҫтәүенә, һағыҙ теш ҡаҙнаһына, коронка һәм "ямалған" пломбаға кире йоғонто яһай. Шуның өсөн теш табиптары һағыҙҙы тештәре сәләмәт кешеләргә генә гигиена сараһы булараҡ ҡулланырға кәңәш итә. Ә гастроэнтерологтар ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙы һағыҙ сәйнәүҙән тыйылып торорға саҡыра. Беренселәренә лә, икенселәренә лә ашағандан һуң 15 – 20 минут ҡына һағыҙ сәйнәргә була. Ас ҡарынға һәм оҙаҡ ваҡыт һағыҙ сәйнәү гастрит һәм ашҡаҙан йәрәхәтенә килтерә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас