

Ғәзизов Роберт Хәким улы (25 сентябрь 1939 йыл) — башҡорт совет (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Роберт Хәким улы Ғәзизов 1939 йылдың 25 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1962 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, Өфөлә заводта инженер булып эшләй, унан һуң Өфө нефть институтында уҡыта. 1968—1970 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһының ситтән тороп уҡыу бүлексәһендә уҡый (педагог А. С. Леман).
1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай (педагогы Заһир Исмәғилев).
Институтты тамамлағас, Республика рус драма театрының музыкаль бүлеге мөдире була. 1968—1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
1976 йылдан Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге идараһы секретары, 1978—1992 йылдарҙа рәйесе була. 1979 йылдан — РСФСР Композиторҙар берлеге идараһы секретары.
1995 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй, донъя буйлап күп сәйәхәт итә. Үҙ йырҙарын башҡарыусы автор булараҡ сығыш яһай.
Ижадына жанрҙар һәм тематика төрлөлөгө, композиторлыҡ техникаһы алымдарын (алеаторика, сонористика, полистилистика) ҡулланыу хас. Сит илдә йәшәгән осоронда «техно» стилендәге электрон музыка ижад итә.
Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивален, «Ағиҙел» эстрада йырын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз конкурсын (1990 йылдан), республика музыка фестивалдәрен ойоштороусы була.
Башҡортса Википедиянан
Фото: Бәйләнештә